Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 12:30

Нурия апайҙың нурлы донъяһы

Күрше генә урынлашҡан “Ватандаш” журналы редакцияһында йәштәргә биргеһеҙ дәрт менән ең һыҙғанып эшләп йөрөгән, республиканың әле ул төбәгенә, әле был мөйөшөнә командировкаларға юлланып, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр әҙерләгән, социаль селтәрҙә әүҙемлеге менән алдырған Нурия Рафиҡоваға ҡарап, “Нисә йәш ул ошо апайға?” тип һорағандарын ишеткәнем бар. Ысынлап та, йәше күптән алты тиҫтә тигән сикте аша атлаған Нурия Һаҙый ҡыҙына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел, “күҙ теймәһен!” тип әйтергә кәрәктер был осраҡта. Яныбыҙҙа уның ише тәжрибәле, тормош аҡылы туплаған, кәрәк саҡта кәңәш бирер, терәк булыр коллегаларыбыҙҙың булыуы – үҙе бер мәртәбә.

“Иң ҙур ҡиммәт – ғаиләнең татыу, берҙәм булыуы”, – ти Рафиҡовтар.


Күрше генә урынлашҡан “Ватандаш” журналы редакцияһында йәштәргә биргеһеҙ дәрт менән ең һыҙғанып эшләп йөрөгән, республиканың әле ул төбәгенә, әле был мөйөшөнә командировкаларға юлланып, ҡыҙыҡлы мәҡәләләр әҙерләгән, социаль селтәрҙә әүҙемлеге менән алдырған Нурия Рафиҡоваға ҡарап, “Нисә йәш ул ошо апайға?” тип һорағандарын ишеткәнем бар. Ысынлап та, йәше күптән алты тиҫтә тигән сикте аша атлаған Нурия Һаҙый ҡыҙына ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел, “күҙ теймәһен!” тип әйтергә кәрәктер был осраҡта. Яныбыҙҙа уның ише тәжрибәле, тормош аҡылы туплаған, кәрәк саҡта кәңәш бирер, терәк булыр коллегаларыбыҙҙың булыуы – үҙе бер мәртәбә.


Ул китап һөйгән ғаиләлә үҫә


Шәмсинур һәм Һаҙый Әхмәт­шиндарҙың ҙур, татыу ғаиләһендә туғыҙ бала буй еткерә. “Бер мәл зыҡ ҡубып шаярабыҙ, өй эсе күсеп барғандай. Шул саҡ атайыбыҙ шау-шыуҙы туҡтатыу өсөндөр инде, беҙҙе теҙеп ултыртып, балалар журналдары таратып сыҡты. Шулай итеп мин уйындан башҡа ла серле, мауыҡтырғыс донъя бар­лығы хаҡында белдем. 4-се класта уҡығанымда атайым тәүге тапҡыр ҡала китапханаһына алып барҙы. Шул замандан китап уҡыу яратҡан шөғөлөмә әйләнде. Ғаиләбеҙҙә уҡыу культы көслө булды. Атайым менән әсәйем мәрхүмдәр ҙә нәфис әҙәбиәтте, гәзит-журналдарҙы ҡулдарынан төшөрмәй торғайны. Ғүмеремдең 23 йылын китапхана эшенә бағышлауым да тиккә түгелдер”, – ти Нурия ханым. Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылы, Сибай ҡалаһы китапхана селтәре директоры булғанында ла, Сибай институты китапханаһы мөдире вазифаһын башҡарғанда ла хеҙмәтен яратып, ихлас башҡара ул. Китапхана селтәре хеҙмәткәр­ҙәре араһында үткәрелгән конкурста еңеү яулап, “Республиканың иң яҡшы китапхана директоры” булып таныла, “Сибай ҡалаһының иң яҡшы предприятиеһы етәксеһе” исеменә лайыҡ була.
“Минең өсөн һәр эште урын-еренә еткереп башҡарыу – иң мөһим шарт. Илке-һалҡылыҡты йәнем һөймәй. Әлбиттә, был сифатым тормошта үҙемә ҡама­саулап, мәшәҡәттәр ҙә тыуҙырып ҡуя, сөнки ваҡ-төйәккә иҫе китмәй йәшәгәндәргә еңелерәк кеүек. Ә мин бына шулаймын инде, үҙемде үҙгәртә алмайым”, – тигән һүҙҙә­рендә Нурия Һаҙый ҡыҙының бар булмышы, талапсан холҡо, тынғыһыҙ асылы сағыла.
Ысынлап та, ҡайҙа ғына йәшәмәһен һәм эшләмәһен, Нурия Һаҙый ҡыҙы төптән егелеп башҡорт мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә, милли мөхитте үҫтереүгә хеҙмәт итә. 1999 йылғаса, олоғайған ата-әсәһен ҡарау ниәте менән Сибайға күсеп ҡайтҡансы, Өфө районы Ҡыҙылъяр ауылы китапханаһын етәкләй. Күпме саралар, әҙәби осрашыуҙар, концерттар ойоштора ул! Үҙе – сценарий авторы ла, ойоштороусы һәм алып барыусы ла. Рус мөхитле ауылға күренекле башҡорт яҙыусыларын, йырсыларын, хатта тотош “Йәдкәр” ансамблен саҡырып, милли байрамдар уҙғарып, милләттәштәре күңеленә рух ойотҡоһо һалыуға ирешә. Рафиҡовтарҙың ҡунаҡсыл йортонда әллә күпме әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәре булып китә, түңәрәк табын артында шиғырҙар уҡыла, йырҙар тыңлана...
Хеҙмәт юлын килен булып төшкән төйәгендә – Күгәрсен районы Күгәрсен ауылында уҡытыусы булып башлаған Нурия Рафиҡо­ваға ғүмеренең арыу уҡ өлөшөн мәғарифҡа ла арнарға тура килә. Бигерәк тә Сибай ҡалаһының 13-сө башҡорт мәктәбендә директор булып гөрләп эшләгән йылдарын айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала. Малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы бүлеп уҡытыу, мәктәптә сәләмәтлек үҙәге, бейеү ансамбле, тегеү цехы булдырыу, оҫтахананы йыһазлан­дырыу кеүек эштәргә үҙенә генә хас тәүәккәллек, сәм менән тотона директор ханым. Тап ошо йыл­дарҙа башҡорт мәктәбенең ҡала һәм республика күләмендәге олимпиадаларҙа еңеүҙәр күрһәт­кесе буйынса беренсе урынға сығыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй.
Әсәһе гел генә Нурияһына: “Ғүме­рең буйы уҡының инде”, – тип яратып ҡына һуҡранып ала торған була. Ҡыҙылъярҙа йәшә­гәнендә ситтән тороп БДУ-ның тарих факультетына уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта эшләп тә йөрөй, өйҙә – береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала, кәртә тулы мал-тыуар, баҡса мәшәҡәттәре. Сибай институтына эшкә күскәс, ғилми хеҙмәткә тотона һәм диссертацияһын уңышлы яҡлап, 56 йәшендә философия фәндәре кандидаты булып китә.


Матбуғатһыҙ тормош йәнһеҙ


Нурия Һаҙый ҡыҙының китап ене ҡағылған, тиҫтәләгән гәзит-журнал алдырып уҡыған ғаиләлә тәрбиәләнеүе хаҡында әйтеп үткәйнек инде. Үҫә төшкәс, ул үҙе лә мәҡәләләр яҙа башлай. Сибай педагогия училищеһында уҡыған осоронда – йәш хәбәрсе, Ҡыҙылъ­ярҙа йәшәгәнендә Өфө районы гәзитенең иң әүҙем ауыл хәбәрсеһе булып таныла.
Аң-белемгә ынтылыш, мәғри­фәт­селек ҡанына һеңгән Нурия Рафиҡова бөгөн арымай-талмай башҡорт матбуғатына хеҙмәт итә. Сибайҙан Ҡыҙылъярға кире күсеп килгәс, уны – элекке ауыл хәбәрсеһен ҡушҡуллап Өфө районы гәзитенә эшкә саҡыралар. Ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән “Өфө үҙәндәре” тип аталған башҡортса ҡушымтаны ла әҙерләп сығара.

Әлеге ваҡытта Нурия Һаҙый ҡыҙы, үрҙә яҙып үтеүебеҙсә, республиканың абруйлы баҫма­ларының береһе һаналған “Ватандаш” журналында эшләй. “Күптән хаҡлы ялда булһам да, өйҙә генә ултырыуҙы күҙ алдына килтер­мәйем. Һәр саҡ кешеләр араһында эшләгәс, йәмәғәт тормошоноң уртаһында ҡайнағас, һаман шулай заман менән бергә атлағы килә. Командировкаларға йөрөү, яңы ерҙәр күреү, кешеләр менән танышыу йәшәүгә дәрт өҫтәй”, – ти ул.
Милли матбуғаттың киләсәге хаҡындағы борсолоулы уйҙары менән дә бүлеште өлкән кол­легабыҙ: “Туған телдә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙың халыҡты тәрбиәләүҙәге роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур! Кеше хәҙер милли матбуғатты уҡымай тип әйтеү дөрөҫ түгел ул, беҙҙең халыҡ гәзит-журналдарҙы ярата. Тик матбу­ғатты таратыу буйынса дәүләттең аныҡ ярҙамы, хаҡтарҙы көйләү сәйәсәте булһын ине ул. Бөгөн күптәр, бигерәк тә ауыл халҡы, хаҡтар үтә юғары булыу сәбәпле, бик теләһә лә бер-ике дананан артыҡ баҫма алдыра алмай”.


“Мин бәхетле ғаиләм менән!”


Баймаҡ ҡыҙы Нурия менән Күгәрсен егете Ильяс Рафиҡов­тарҙың мөхәббәтле ғаилә ҡороп, иңгә-иң терәп йәшәүенә 47 йыл да булып киткән.
Өс тағандай үҫкән өс ул һәм бөртөк кенә ҡыҙҙары хәҙер инде үҙҙәре ғаиләле булып, балалар үҫтерә. Илнур Сибайҙа төпләнгән, Ауырғазы һылыуы Айгөл менән өс балаға – Динар, Диана һәм Даринаға матур тәрбиә бирәләр. Илгиз Өфө ҡалаһында төпләнгән, ҡатыны Ольгаға ныҡлы терәк булһа, ҡыҙы Каринаға – һөйөклө атай. Рәмил – “Башнефть” йәмғиә­тендә инженер. Ә әсәһенең серҙәше лә, яратҡан кинйәкәүе лә булған Айгөл – теш табибы, уның улы Арслан аҡыллы, төплө егет булып үҫеп килә.
Эшендә генә уңған хеҙмәткәр түгел, бына тигән өлгөр хужабикә, һөйөклө ҡатын, хәстәрлекле әсәй һәм өләсәй ул Нурия Һаҙый ҡыҙы. Донъяһында ҡот һәм нур уйнап тора. Гөрләтеп баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Ауыр 90-сы йылдарҙа ишле ғаиләне етеш тормошта йәшәтер өсөн өсәр һыйыр тоталар.
“Тормош юлдашым Ильяс гел яуаплы вазифаларҙа эшләне, миңә терәк-таяныс, ышаныслы иптәш булды. Ул аңлап ҡарамаһа, көндө-төнгә ялғап тигәндәй, төрлө саралар ойоштороп, китапхана, мәктәп тормошонда ҡайнай алыр инемме? Йәшәй-йәшәй ғаилә ҡиммәттәре, яҡындарыңдың күңел йылыһы өҫтөнөрәк булыуын төшөнәһең икән ул. Аллаға шөкөр, бала­ларыбыҙ аҡыллы, тәүфиҡлы булып үҫте. Беҙ аталары менән көнө буйы өйҙә булмағас, йорт мәшәҡәттәре башлыса улар иңенә төштө. Ҡатын-ҡыҙ, ир-ат эше тип айырып торманылар. Улар бәләкәй саҡта, ял көндәрендә күмәкләшеп күп итеп билмән яһап туңдырабыҙ, мин бәлеш бешерергә тип ҡамыр ҡуйһам, береһе картуф әрсей, икенсеһе ит турай, өсөнсөһө һуған әрсей башлай”, – тип ғәзиздәренең бала сағын һағынып иҫкә ала Нурия апай.
Әле лә Рафиҡовтарҙың Ҡы­ҙылъяр ауылындағы ҙур, иркен йорто – күптән инде үҙаллы оя ҡорған, гөрләтеп донъя көткән ҡошсоҡтарының һағынып, талпынып йыйылыр урыны. Һәр ваҡыт­тағыса өҫтәлдә – әсәй бешергән тәмле бишбармаҡ, татлы бәлеш­тәр. Шундай ваҡыттарҙа өй эсе атайҙарының ихлас йылмайыуынан, әсәйҙәре йөҙөндә балҡыған нурҙан тағы ла яҡтырып, йәмләнеп киткәндәй. Ошо бәхетте оҙон-оҙаҡ йылдар татып йәшәргә яҙһын уларға!


Өфө районы.
Читайте нас: