Республикабыҙҙа ипотекаға фатир һатып алған бер йәш ғаиләнең саҡ торлаҡтарынан ҡолаҡ ҡаҡмау тарихы күптәргә файҙалы булыр ине.
Ипотека түләүҙә ҡатмарлыҡтар күп. Уның бөтә нескәлектәрен дә күҙаллау мөмкин түгел. Йәш ғаилә лә үҙҙәренә ниндәй ҡаршылыҡтар ҡамасаулауын башына ла килтермәй.
Суд материалдарынан күренеүенсә, йәш ғаилә ипотека буйынса 1,2 миллион һумға бер бүлмәле фатир һатып ала, ун йыл буйына ваҡытында түләп бара. Аҙаҡ банк бөлгөнлөккә төшә, кредитор алмашына. Өҫтәүенә ғаилә бер нисә тапҡыр айлыҡ түләүҙәрҙе кисектерә. Кредитор уларҙан фатирҙарын һатыуҙы талап итә. Район судында ғаиләнең күпме бурыстары һәм күпме пениҙары йыйылғанын хәбәр итәләр — 145 мең һум. Суд фатирҙы йәштәр ҡарамағында ҡалдырырға ҡарар итә. Йәмғиәт вәкилдәре был хәл менән риза булмайынса апелляцияға бирә. Улары фатирҙы тартып алыу һәм һатыу яғында булып сыға.
Шулай итеп, йәштәр һуңғы инстанция — Башҡортостандың Юғары Судына мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Суд фекеренсә, урындағы апелляция хаталанған, быға оҡшаш хәлдәрҙә торлаҡты тартып алыу дөрөҫ түгел, бурыс суммаһы ҙур түгел, тип аңлатҡан. Шулай итеп, әгәр ҙә бурыс биш проценттан кәм булһа һәм кредит буйынса түләүҙәрҙе кисектереү өс айҙан да артмаһа, кредиттағы фатирҙы тартып алыу дөрөҫ түгел.