Кисә Өфө – Шишмә юлында үлемесле юл-транспорт фажиғәһе булды. “Рено Логан” автомобилендә китеп барған 47 йәшлек Өфө кешеһенең “тимер аты” юлдан осоп төшә һәм ауа. Һөҙөмтәлә ул фажиғә урынында һәләк була.
Билдәле булыуынса, фажиғә томан шарттарында була. Әле республикала иртәле-кисле томан төшә. Был осорҙа айырыуса һаҡ булығыҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ.
Кисә республика юлдарында барлығы ете автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа ике кеше һәләк булған, бишәүһе төрлө тән йәрәхәттәре алған.