Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Август 2019, 01:16

Өйҙә генә ял итһә ни булған?

1270 грамм ғына ауырлыҡтағы сабый донъяға килгән... Төркиә клиникаһындағы һәр көн ғаиләгә 30 мең һумға төшә.

Фото: Вячеслав Шишкоедов.
Фото: Вячеслав Шишкоедов.
32 йәшлек Наталья Михайловаға бер нисә көн элек Антальяла операция яһағандар. Ҡатындың 28 аҙналыҡ ауыры булған. Табиптарға уға ашығыс рәүештә операция эшләргә тура килгән.
1270 грамм ғына ауырлыҡтағы сабый донъяға килгән. Әле ул етлекмәй тыуған сабыйҙар өсөн ойошторолған махсус бүлексәлә тейешле препараттарҙы ала. Төркиә клиникаһындағы һәр көн ғаиләгә 30 мең һумға төшә. Аҡса бөткәс, Натальяның иренә Силәбегә ҡайтып китергә генә ҡала.
Михайловтарҙың туғандары, сабыйҙы Рәсәйгә тиҙерәк алып ҡайтыуҙа ярҙам һорап, Силәбе өлкәһе етәксеһенә, төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт иткән. Хәлде контролгә алғандар. Әммә әлегә сабыйҙы алып ҡайтыу өсөн уның һаулыҡ торошо билдәле түгел.
Читайте нас: