Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2019, 13:35

Биржала аҡса эшләйем тип... миллиондар елгә осҡан

Өфөлә шикле финанс ойошмаһының эшмәкәрлеген туҡтатыуға өлгәштеләр.

Фото: steemit.com
Фото: steemit.com
Өфөлә полиция һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре шикле финанс ойошмаһының эшмәкәрлеген туҡтатыуға өлгәште.
Был ойошмаға берләшкән мут әҙәмдәр кешеләргә биржала аҡса эшләү алымын тәҡдим итә. Үҙҙәренә “ҡорбан”дарҙы улар интернет аша эҙләп таба. Кемдәрҙер йөҙәр мең һум һалһа, бәғзе берәүҙәр миллионлап аҡсаһын елгә осора. Уйын ҡомары йоҡҡан кешеләр араһында хатта кредит алып, фатирын һатып, ҙур табышҡа өмөт итеүселәр ҙә табыла.
Барлыҡ операциялар махсус сайтта, ялған сауҙа майҙансығында алып барыла. “Брокер”ҙарҙың эшмәкәрлегенән күрелгән зыян яҡынса 50 миллион һум менән иҫәпләнә. Иң ҙур зыян күреүсе алты миллион һумға яҡын аҡсаһын һалған.
Әле барлығы 70-кә яҡын алданған кешенән ғариза алынған. Был эш буйынса енәйәт эше асылған, мутлыҡҡа ҡоролған ойошмаға етәкселек иткән дүрт кеше ҡулға алынған.
Виртуаль донъя үҙе бер ау төҫлө, шуға күрә һаҡ булығыҙ! Һәр төрлө шикле сайттарҙа аҡса эшләүгә, еңел табыш тәҡдим иткән алымдарға ышанмағыҙ. “Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” ти бит халҡыбыҙ аҡылы ла.
Читайте нас: