Табиптар ҡатындың тәнендә күп һанлы яра булыуын белдерә. Яуыз ир уның күкрәгенә, эсенә сәнскән. Бынан тыш, ҡатындың башында ла, ҡулдарында ла бысаҡ эҙҙәре. Ҡаза күреүсе үлемдән саҡ ҡалған, ул күп ҡан юғалтҡан, шок кисергән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ғәйепләнеүсене йортонда тап итмәгән. Ул ауылдан сығып ҡасҡан, әле үҙен федераль розыскка биргәндәр. Был эш буйынса тикшереү бара, сәбәптәре асыҡлана.