Шәп ҡоҙам бар минең. Һәр ваҡыт ихлас, ауыҙы ҡолағына еткән. Уны күреүем була, минең дә ауыҙ үҙенән-үҙе йырыла. Ҡоҙам шунда уҡ ҡосаҡлап ала ла, рәхмәт төшкөрө, хәл-әхүәлде һораша башлай.
– Хәлдәр нисек? Донъя, балалар? Ҡоҙаса ни хәлдә…
Ҡоҙа тигәс тә, улымдың йәки ҡыҙымдың ҡайныһы түгел инде. Һеңлемдең иренең еҙнәһе. Бик йыш булмаһа ла, улай-былай мәжлестәрҙә бергә булырға тура килгәне бар. Харап күңелсәк, ихлас кеше ул. Бигерәк тә әҙ-мәҙ һуғып алһа, табындың бер биҙәгенә әүерелә. Гармунын ҡулына тотоп ала ла, күректәрен ҡолас етмәҫлек итеп тартып-тартып, үҙе уйнай, үҙе йырлай башлай:
Гел ошо йырҙы һуҙа ул. Айырыуса “беләйек ҡәҙерҙәрен” тигән юлдарын бер нисә тапҡыр ҡабатлай. Унан рюмкаһын һоноп, сәкәштерә башлай.
Бер аҙҙан бейергә төшөп китә. Уның өҙҙөрөп баҫыуына барыбыҙ ҙа хайран ҡалып ултырабыҙ. Хоҙай берәүгә бирһә бирә бит талантты! Белмәгән кеше уны бер ҙә төҙөлөштә эшләй тип уйламаҫ. Өҫтәл янына ултырғас, йәнә рюмкаһын һоноп:
– Ҡоҙа, әйҙә бер еппәрәйек әле, – ти.
Ҡоҙа үҙе йомарт та. Һәр ваҡыт өҙөлөп-өҙөлөп ҡунаҡҡа саҡыра.
– Исмаһам, бер ултырып алыр инек, был донъя фани ғына, – ти. Унан ҡатынын маҡтай башлай:
- Ой, минең кәләш, ой, минең кәләш!.. Аш-һыуға харап оҫта. Ул бешергән бәлеш, ҡоймаҡтар телеңде йоторлоҡ бына. Шуға ла берәйһе ҡунаҡ-фәлән йыя башлаһа, гел уны саҡыра. Харап шәп бешерә.
Ҡоҙам, майлы ҡоймаҡ ашағандай, иренен ялап ҡуя. Минең танау осонда тәмле бәлеш еҫе таралған кеүек була.
Көндәрҙең береһендә йәнә ошо шәп ҡоҙам тап булды. Хәл-әхүәл һорашҡас:
– Ауылға ҡайтып килергә ине, бәрәңгене ҡаҙып алырға кәрәк, – тинем. Был хәбәр уға етә ҡалды:
– Ҡоҙа, мин дә һеҙгә барам, ярҙам итешәм.
– Унда бәрәңге күп түгел, ярай, мәшәҡәтләнмә, үҙебеҙ ҙә өлгөрәбеҙ, – тип ҡарайым, ҡайҙа ул, ишетергә лә теләмәй.
– Әллә бер-ике сынаяҡ сәйеңде йәлләйһеңме? – тип һалдырҙы. – Теләмәйһең икән, бармайым әтеү, бармайым.
Ул балалар һымаҡ турһайҙы, күҙендә йәш бөрсөктәре күренгән һымаҡ булды. Уның был ҡыланышынан үҙемә ҡыйын булып китте. Ҡара, кеше ихлас күңелдән ярҙамлашам тип тора, ә мин ҡырт киҫәм.
– Әйҙә, бергә-бергә күңеллерәк тә булыр, – тим.
Юлға сыҡтыҡ. Ысынлап та, телдәр кеше менән ифрат күңелле. Үҙе һөйләй, көйләп тә ебәрә. Ҡоҙам юл буйы тәбиғәткә, донъяның хозурлығына һоҡланып килде лә йыр һуҙып ебәрҙе:
Һөйләшә-һөйләшә ауылға ҡайтып еткән дә һиҙелмәне. Бәрәңгене сығарып бөткәс, кисен шәп итеп мунса яҡтым. Унан ҡоҙам сабыйҙарса ҡыуанып, ҡып-ҡыҙыл булып килеп сыҡты.
– Ой, мунса шәп! Яңынан тыуғандай булдым. Шул мунсаны яҡҡан ҡоҙа үҙе шәп. Ә быны бер йотоп ебәрһәң, тағы ла шәп. – Ауыҙы ҡолағына еткән ҡоҙам, мут йылмайып, рюмкаларға ҡоя. – Әйҙә әле, ҡоҙа, шул хөрмәткә берҙе дөмбәҫләйек.
Унан йәнә дәртләнеп китә. Үҙенә ҡунаҡҡа саҡыра.
Иртәгәһенә кире ҡалаға йыйындыҡ. Ҡоҙама тип багажникка бәрәңге лә һалып алдым. Машинаға ултырғас та ул ҡатынына шылтыратты:
– Аппағым, һин аш-һыуыңды ҡараштыр, ҡоҙа менән ҡайтабыҙ, ҡоҙа менән!
Унан кәләшен маҡтай башланы:
– Ой, минең кәләш, ой, минең кәләш! Аш-һыуға харап оҫта бит. Ул ҡоймаҡтың әллә нисә төрөн бешерә. Ах, супылдап майы ағып торған ҡоймаҡҡа ни етә?! Барғас, үҙең күрерһең. Үҙеңде бер һыйлайым әле.
Ысынлап та, ҡоҙаса мул итеп табын әҙерләп торғайны. Өҫтәлдә нимә генә юҡ: ике-өс төрлө ҡоймаҡ, бәлеш... Ни арала өлгөргән? Юл шаҡтай алыҫ булғас, ҡорһаҡ аҫты бушаған. Асыҡмаған хәлдә лә, бындай тәмлекәстәрҙе ауыҙ итмәй сара юҡ. Ҡоҙасамдың берсә ыуылйып торған ҡоймағын, берсә өйрәк бәлешен маҡтай-маҡтай ашайым.
– Ҡоймағың бигерәк тәмле, ҡоҙаса! Ашап туйғыһыҙ. Ну ҡоҙа һиңә өйләнеп отҡан! Тамағы һыйлы икән.
Бәхетле ҡоҙа ауыҙын йырҙы. Унан гармунын алып, йыр һуҙҙы.
– Эй, дуҫтарым, дуҫтарым,
Беләйек ҡәҙерҙәре-е-н-н-н-н-н!
Йырҙың аҙаҡҡы юлын һуҙып тамамлап ҡуйҙы ла минең ҡулды ҡыҫты:
– Шәп ултырабыҙ, ибет, ҡоҙа? Ҡара әле, ни эшләп бер нәмә лә ашамайһың ул? Ана ҡоймағына үрел. Минең кәләш харап тәмле бешерә.
– Ашаным бит инде, туйҙым, рәхмәт. Ысынлап та, кәләшең шәп бешерә.
– Юҡ, мин күрмәнем. Аша әле. – Ҡоҙам бер ҡоймаҡты тәрилкәнән алып ҡулыма уҡ тоттора.
Өҫтәлдән ҡуҙғалғас, ҡоҙам кәләшенән күстәнәскә ҡоймаҡ та һалдыртты. Инде машинаға ултырам тигәндә, туҡтатып, бергә йәшәйек, тип ҡулымды бер нисә тапҡыр ҡыҫты.
...Иртәгәһенә һеңлемә инһәм, ҡоҙасам ултыра. Ике ҡыҙы ла шунда. Ҡоҙасамдың кәйефе юҡ. Бәй, ҡулына гипс һалынған түгелме?
– Әллә йығылдыңмы? – тип ҡыҙыҡһынам.
Ҡоҙасамдың хәсрәтле йөҙөнә еңелсә йылмайыу йүгерҙе. Кисәге ваҡиғаны һөйләне. Беҙҙе оҙатҡас, шәп ҡоҙам өйгә бөтөнләй ен алмаштырған кеүек килеп инә. Килеп инә лә, ни эшләп һинең ҡоймағыңды маҡтай, ни эшләп һиңә рәхмәт әйтә, моғайын, арағыҙҙа берә нәмә барҙыр, тип бәйләнә башлай. Ул ғына етмәй, өйҙәге барлыҡ әйберҙе ватырға тотона, тәҙрә өлгөләрен ҡыра, ишекте емерә. Алып бәргән ултырғысы ҡоҙасаның ҡулына килеп тейә. Ике ҡыҙы менән көскә өйҙән сығып ҡасҡандар...
Көндәрҙең береһендә Өфө урамында йәнә ҡоҙам осраны ла ҡосаҡлап уҡ алды.
– Ҡоҙа, ни хәлдәр? – Үҙенең ауыҙ йырыҡ.
– Әйҙә беҙгә ҡунаҡҡа! – Ҡоҙам тағы ла үҙенә саҡыра башланы. – Минең кәләш ҡоймаҡты тәмле бешерә, майы супылдап тора...
Теге ваҡиғанан һуң үҙенә ныҡ асыуым килһә лә, был юлы ла ауыҙым үҙенән-үҙе йырылды.