Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Август 2019, 17:48

Самолетты ниңә бысалар?

Кукуруз баҫыуына төшкән самолетты иҫләйһегеҙме? Ул әле һаман шунда ултыра...

Фото: vk.ru
Фото: vk.ru
Кукуруз баҫыуына төшкән самолетты иҫләйһегеҙме? Ул саҡта 233 кешенең ғүмере һаҡланып ҡалып, батырлыҡ күрһәткән пилоттар Герой исеменә лайыҡ булғайны.


Эйе, кешеләр бәхетле рәүештә иҫән ҡалды, тетрәнеүҙәрҙән һуң тыныс ҡына йәшәүен дауам итә, геройҙар исемдәрен алды ла артабан эшләй. Ә ике моторы ла зыян күреп, баҫыуға бик ҡаты итеп килеп ултырған самолет ни хәлдә? Ул әле һаман шунда ултыра…
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур зыян күргән “А321” самолетын йүнәтеп булмай. Кешеләр уны музей экспонаты итеп файҙаланырға ла тәҡдим иткәйне, тик закон буйынса ярамай икән. Авиакомпания самолетты һата ла, музейға тапшыра ла алмай – был хоҡуҡ таможня тарафынан сикләнгән. Ҡыҫҡаһы, самолетты утилләштереү көтә. Тик бының өсөн уны баҫыуҙан алып сығырға кәрәк. Шул килеш алып китеү мөмкин булмағас, уны киҫәктәргә бүлеп ташыясаҡтар. Әле эш башланған.
Читайте нас: