Ксения Миңлебаева һуҡыр. Тик был ул көнө буйы өйҙә ултырырға тейеш тигәнде аңлатмай бит. Ҡатындың махсус өйрәтелгән оҙатып йөрөүсе эте лә бар. Тоғро дуҫы уны төрлө ерҙәргә алып бара, хәүефһеҙ йөрөп ҡайтыу мөмкинлеге бирә.
Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең йәмғиәт быға әҙер түгел, күрәһең. Ял көндәрендә Ксенияны бәләкәй ҡыҙы һәм эте менән автобусҡа ултыртмайҙар. Ул зоокүргәҙмәгә барып, тап ошо оҙатыусы эттәргә арналған мәрхәмәтлек акцияһында ҡатнашырға йыйына.
Маршрутка водителе уны эте менән индермәҫкә маташа. Ксенияның ҡыҙы һәм бөтә халыҡ алдында уға екеренә башлай. Күрәһең, водитель закондарҙы белмәй. Уға ярашлы, оҙатыусы эттәр бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ хужаһын бөтә йәмәғәт урындарында ла оҙатырға тейеш.
Водитель оҙаҡ ҡысҡырына, бер ҡайҙа ла бармайым ти, аҙаҡ документтар талап итә башлай. Һөҙөмтәлә, документтарҙы күрһәткәс һәм Прокуратура менән янағас ҡына, уны автобусҡа ултырталар. Кәйефте төшөргәс, күңелде рәнйеткәс...
Әле хәлде тикшереү бара. Әйткәндәй, маршрут хужаһы ҡатындан ғәфү үтенгән һәм водителгә ҡарата тейешле саралар күреләсәк тигән.