Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 13:24

Бүреләр эттәрҙе талаған. Сиратта кешеләрме?

Бер аҙна эсендә ауылдан йыраҡ түгел урында өс эт кәүҙәһе табылған.

Фото: "Бәйләнештә"
Фото: "Бәйләнештә"
Ҡариҙел районының Абыҙ ауылы халҡының ҡото осҡан.
Бер аҙна эсендә ауылдарынан йыраҡ түгел урында өс эт кәүҙәһе табылған. Асыҡланыуынса, уларҙы бүреләр талап үлтергән. Был хәлдән ҡурҡҡан урындағы халыҡ һунарсыларға мөрәжәғәт иткән.
“Ихатала, бәйҙә ултырған эттәрҙе талаған бүреләр, – тип яҙа был ауылда йәшәгән ҡатын социаль селтәрҙәрҙә. – Беҙ һорап ҡына ҡалмайбыҙ, ҡысҡырабыҙ. Кешеләрҙе лә үлтереүен көтәһегеҙме? Ҡарағыҙ, эттән нимә генә ҡалған”.
Ауыл халҡы белдереүенсә, улар бындай мәсьәлә менән тәүге тапҡыр ғына мөрәжәғәт итмәй.
Читайте нас: