Билдәле Рәсәй режиссеры Константин Богомолов алып барыусы Ксения Собчак менән рәсми рәүештә ғаилә ҡороу ниәтен "Московский Комсомолец" гәзитенә хәбәр иткән. Әлбиттә, йондоҙҙарға аптырайһы түгел, йә ҡушылалар, йә айырылышалар.
“Мин бер нәмәне генә әйтә алам һәм һис йәшермәйем: Ксенияны өҙөлөп яратам, мин бик бәхетле, беҙҙең мөхәббәт мәңгелек, – тип белдергән Богомолов. – Ксения – иң нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙ, тиҙ рәнйеүсән, ғәжәйеп әсәй, яҡшы дуҫ”.
Бынан тыш, режиссер Ксения Собчак менән уртаҡ театр эштәре тураһында ла һөйләгән. "Бәхеткә күрә, буласаҡ йәрем һөнәри актриса түгел. Беҙҙең шәхси мөнәсәбәттәр ижадҡа ҡарағанда күпкә мөһим. Ксения талантлы, мин уның актерлыҡ карьераһы буйынса артабан үҫеүен теләр инем. Уның актриса булыуына өлөш индерһәм, бик бәхетле булыр инем”, – тигән ул.
Собчак менән Богомолов туйҙы 13 сентябрҙә үткәрергә күҙаллай. Собчак элекке ире Максим Виторган менән быйыл айырылышҡан.