Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 12:47

Түшәмгә сойорғотҡан бала һәләк булған...

Новочеркасск ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.

Новочеркасск ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.


Ата менән әсә балаларына бер йәш тулыу айҡанлы ресторанда ҙур байрам ойошторған. Бик күп ҡунаҡтар йыйылған, ҡотлауҙар яңғыраған. Сабыйҙың крестный атаһы уны ҡулында сойорғота башлаған. Ир көсөн иҫәпләмәгәнме, мәгәр бала түшәмдә торған вентиляторға барып бәрелгән, баҫҡысҡа ҡолаған, ауыр баш яраһы алған. Табиптар ҡыҙҙың ғүмере өсөн бер аҙна көрәшкән, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сабыйҙың ғүмерен ҡотҡара алмағандар.


Бала уйынсыҡ түгел, уның ғүмере өсөн фәҡәт ололар яуаплы! Шуға бәләкәстәрегеҙ менән аяуыраҡ һәм яуаплыраҡ булһағыҙ ине...


Фото: ruffnews.ru
Читайте нас: