Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 13:26

Тыуған көнөң менән, Земфира!

Бөгөн күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй һәм бөтә донъяға билдәле рок-йырсы, композитор, музыкант Земфира Рамазанова тыуған көнөн билдәләй. Уға 43 йәш тулды.

Фото: Инстаграм
Фото: Инстаграм
Бөгөн күренекле яҡташыбыҙ, Рәсәй һәм бөтә донъяға билдәле рок-йырсы, композитор, музыкант Земфира Рамазанова тыуған көнөн билдәләй. Уға 43 йәш тулды.
Ул Өфө ҡалаһында тыуып үҫә. 1998 йылдар һуңында Мәскәүгә күсеп китә һәм шунда киң танылыу яулай. Шул йылдарҙа ул алты студия альбомы сығара, шулай уҡ би-сайд йыйынтығы һәм ике концерт альбомы донъя күрә.
1990-сы, 2000-се йылдар йәштәре уның “Ариведерчи”, “Искала”, “Трафик”, “Прогулка”, “Мы разбиваемся” кеүек һәм башҡа үтә популяр йырҙарын тыңлап үҫте.
Земфираның эштәре, альбомдары һәр ваҡыт алдынғылар рәтендә. Уны халыҡ бик йылы ҡабул итә. Ул үҙен музыкаль фильм продюсеры булараҡ та һанап ҡараны, был өлкәлә лә ҙур уңыштарға өлгәште.
2012, 2013 һәм 2014 йылдарҙа ул “Рәсәйҙең иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙҙары” рейтингына инде.
Земфираның Өфөгә килеп концерттар ҡуйғанын Башҡортостан халҡы ашҡынып көтөп ала. Улар һәр ваҡыт ҙур аншлаг менән үтә. Тағы кил беҙгә, Земфира! Тыуған көнөң менән!
Читайте нас: