Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2019, 14:45

“Улым минеке түгел. Аҡса түлә!”

Һигеҙ йыл буйына үҫтергәндән һуң, улының үҙенеке түгел икәнлеген аңлаған ир үҙен нисек тоя икән?

Фото: айро.рф
Фото: айро.рф

Һигеҙ йыл буйына үҫтергәндән һуң, улының үҙенеке түгел икәнлеген аңлаған ир үҙен нисек тоя икән?
Бөйөк Британия кешеһе бындай яңылыҡты асыҡлағас, бер ҙә аптырап тормай, ҡатынын судҡа бирә.
Бала, ысынлап та, уныҡы түгел. Ҡатын кеше улын элекке һөйәренән йөрөп таба, тик иренә был турала бер һүҙ ҙә әйтмәй.
Алданған ир аптырап тормай, ҡатынын судҡа бирә һәм кеше балаһын тәрбиәләү өсөн тотонолған барлыҡ аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итә. Бынан тыш ул мораль зыян өсөн дә аҡса һорай икән. Әлегә ҡарар билдәле түгел.
Һуңғы судта яҡтар, балаға ысын атаһының исемен әйтергәме-юҡмы тигән мәсьәләне хәл иткән. Ир малай дөрөҫөн белһен тиһә, әсә кеше быға ҡаршы булған. Суд ҡарары бик гуманлы: ваҡыты етмәйенсә, балаға дөрөҫөн һөйләмәҫкә! Шулай уҡ киң мәғлүмәт сараларына был судта ҡатнашҡан кешеләрҙәң исемдәрен телгә алыу ҙа тыйыла икән.

Бына шулай хәлдәр Европала. Беҙҙә булһа, ул балаға кемдән тыуғанын әллә ҡасан еткереп ҡуйырҙар инеме икән?

Читайте нас: