"Бер ваҡыт эш хаҡын алдым да, уны тулыһынса ҡатынға бирмәнем. Ун һумын йәшереп алып ҡалып, аҡсаны үҙем йоҡлаған матрас аҫтына һалдым.
Бына көтмәгәндә ҡатын шул көндө фатирҙы йыйыштыра башланы. Башҡа ваҡыттағынан айырмалы, бөтә нәмәнең аҫтын-өҫкә әйләндереп таҙарта бит. Сират минең карауатҡа ла етте. "Бәй, бында 10 һум аҡса ятҡан!" – тип ҡыуанып, алып та ҡуйҙы. Башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәне", – тип өйҙәге мажаралары менән уртаҡлашты Юнир ағай.
Был ысул менән аҡса йәшерә алмағас, икенсе тапҡыр тағы ла ун һум алып ҡалып, ҡатынының матрасы аҫтына һала. Был юлы ла хәләл ефете үҙенең егәрлелеген күрһәтеп, "Ҡара әле, минең матрас аҫтында ун һум ятҡан!" – тип табышына ҡыуана.
Юнир ағай өсөнсө юлы эш хаҡынан тағы ла ун һумды сәлдереп, ишек төбөндәге балаҫ аҫтында йәшергән. Унда ла тотолған. Шунан һуң ул: "Аҡса йәшертеп тотоу миңә килешмәй", – тип аҡсаһын тиненә тиклем алып ҡайтып бирә башлаған.