“Өйҙө насар йыйыштырғанһың”, “Һауыт-һабаны бысраҡ йыуғанһың”... Ошоға оҡшаш дәғүәләр кеше ғүмерен ҡыйыуға сәбәп була аламы?
Чечня Республикаһында Тәфтиш комитеты ҡот осҡос енәйәтте тикшерә: Шелковской районында йәшәгән 17 йәшлек ҡыҙ үҙенең ун йәшкә өлкән апаһын, оло йәштәге әсәһен вәхшиҙәрсә бысаҡ менән сәнсеп үлтергән.
– Тикшереү күрһәтеүенсә, апалы-һеңлеле икәүҙең араһында оҙайлы низағ барған, өлкәне һеңлеһен һәр ваҡыт кәмһеткән, “меҫкен килмешәк” тип атаған.
Түҙеме ҡалмаған үҫмер үс алыу планын уйлай башлаған. Енәйәткә ярты йыл самаһы әҙерләнгән, оҙон ҡынлы үткер бысаҡ һатып алған. Үҙен әҙер тип иҫәпләгән ҡыҙ төнөн апаһына һөжүм иткән. Ҡыҙын яҡлашҡан әсәһенә лә эләккән: апаһынан һуң ҡыҙ уны ла сәнсеп үлтергән.
Фажиғә ваҡытында ғаилә башлығы, ҡыҙҙарҙың атаһы, күрше йортта йоҡлаған. Тикшереү ваҡытында ул балалары араһында йыш ҡына талаш сығыуын иҫбатлаған. 17 йәшлек вәхши ҡыҙға ҡаршы енәйәт эше асылған.