Рәсәйҙә бәшмәк менән ағыуланғандар һаны арта ғына. Воронеж өлкәһендә генә ошо сәбәптән вафат булғандар һаны 12-гә етте.
Төбәктә ошо миҙгелдә генә бәшмәк менән ағыуланыуҙың 67 осрағы теркәлде. Уларҙың араһында өс бала ла бар, бәлиғ булмаған бер үҫмер һәләк булды. Әле ете кеше дауаханала, берәүһе бик ауыр хәлдә.
Беҙҙә лә бәшмәк йыйыу миҙгеле дауам итә. Бәшмәк төрҙәрен айыра белмәһәгеҙ, тәжрибәле дуҫ-иштәрегеҙҙе үҙегеҙ менән алығыҙ, юл буйҙарында, парктарҙа үҫкән бәшмәктәрҙе урап үтергә кәңәш итәбеҙ.