Бөгөн Өфөнөң “Дан бульвары” туҡталышынан алыҫ түгел урында 14 йәшлек ҡыҙыҡайҙың аяғына бысаҡ менән сәнскәндәр.
Шаһиттар билдәләүенсә, был – икенсе бер үҫмер ҡыҙҙың эше. Ул тиңдәшен яралаған да тиҙ генә ваҡиға урынынан ҡасҡан.
Әле урында полиция хеҙмәткәрҙәре, медиктар эшләй, тикшереү бара. Яраланған ҡыҙҙы дауаханаға оҙатҡандар.
Асыҡланыуынса, ике үҫмер ҡыҙ араһында низағ сыҡҡан булған. Ғәйепләнеүсегә ниндәй яза булыр?