53 йәшлек ҡатын 13 йәшлек улына ҡаршы полицияға ғариза яҙған. Баҡһаң, үҫмер, әсәһе өйҙә булмаған саҡта кер йыуыу машинаһын һатып ебәргән.
Ваҡиға Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында булған. Малай әйберҙе интернет селтәре аша осорған, аҡсаһын үҙ мәнфәғәттәрендә тотонған, тип фаразлана.
Бынан алда Өфөлә ике үҫмерҙең бер төн эсендә ике автомобилде урлағаны мәғлүм булғайны.