Күренекле совет менталисы, илебеҙҙә генә түгел, бар донъяға билдәле көслө күрәҙәсе Вольф Мессингты күптәр хәтерләйҙер. Ул үҙенең үлеме алдынан Рәсәйҙең киләсәк яҙмышы тураһында бер нисә юрау ҡалдырған булған. Улар күптән түгел билдәле булды.
Ҡайһы бер имеш-мимештәр буйынса, Мессинг Иосиф Сталин өсөн дә ҙур авторитет булған. Генералиссимус экстрасенс менән даими кәңәшләшкән һәм мөһим ҡарарҙар ҡабул итер алдынан уның фекеренә ҡолаҡ һалған. Уның күп кенә юрауҙары халыҡҡа әйтелмәй йәшерелеп ҡалһа ла, ҡайһы берҙәре беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.
Мәҫәлән, Икенсе Бөтә донъя һуғышы башланыр алдынан Вольф Мессинг ҙур ышаныс менән Гитлер көнсығышҡа бороласаҡ һәм уны унда еңелеү көтә тип әйтә. Әлеге лә баяғы имеш-мимештәр буйынса Гитлер был юрауҙы ишетеп ныҡ ярһыған һәм уны эҙләүгә иғлан итеп, тотоп килтереүсегә награда ла вәғәҙә иткән, тиҙәр.
Рәсәй яҙмышы тураһында ул күп тапҡырҙар юрауҙар яһаған. Уның өсөн туғанға әйләнгән илде еңел булмаған яҙмыш көтә, ти ул. Мессинг фекеренсә, Рәсәйгә ҡаршы ике ил тора. Уларҙың береһе асыҡ һәм оятһыҙ эш итһә, икенсеһе – йәшерен һәм хәйләкәр.
Эксперттар фекеренсә, беренсеһенең – Америка Ҡушма Штаттары булыуы аңлашыла. Ә бына икенсе ил буйынса бәхәстәр бар. Күптәр уны Азия илдәренең береһе, Ҡытаймы, КНДР-мы тип уйлай. Шул уҡ ваҡытта Вольф Мессинг фекеренсә, Рәсәй барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла үтәсәк һәм йылдар менән тағы ла көслөрәк дәүләткә әйләнәсәк, ти.
Мессинг тағы бер ил тураһында әйтә, имеш унда көрсөк башлана һәм был ҙур һуғыш башланыуға килтерә яҙа. Был дәүләт Рәсәй менән сиктәш. Эксперттар фекеренсә, һүҙ Украина тураһында. Шулай ҙа ул киләсәктә яңы донъя һуғышы булыр тип күрмәй. Дәғүәләшкән илдәр һуңғы мәлдә компромисс табасаҡ һәм көсөргәнеш кәмейәсәк.