Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 13:40

Ҡайтып өлгөрөргә кәрәк

Йәй тамамланыу өҫтөндә, кешеләр күпләп ялдан ҡайта. Әммә бының кире яҡтары ла бар.

Йәй тамамланыу өҫтөндә, кешеләр күпләп ялдан ҡайта.


Әммә бының кире яҡтары ла бар. Мәҫәлән, Сочи ҡалаһынан туристарҙың күпләп ҡайтыуы федераль автомобиль трассаларында иҫ киткес ҙур тығындар тыуҙырған. Бер көндө хатта алты мең машина үтеүгә иҫәпләнгән юлдан 46 мең автомобиль үткәне теркәлгән.


Кисә лә социаль селтәрҙәр Сочи райондарындағы автомобиль тығындары тураһындағы хәбәрҙәр менән тулған. Дагомыс ҡасабаһы янында ҡарбуз алып китеп барыусы фура түңкәрелеп, юлдағы хәрәкәткә өҫтәмә ҡаршылыҡ тыуҙырған.


Юлсылар туристар ағымының быйыл айырыуса ҙур булыуын билдәләй. Хәҙер улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә ҡайтып етергә ашыға. Һандарға килгәндә Сочинан сығыусы А-147 юлындағы көсөргәнеш 678,5 процентҡа еткән. Әле хәл тотороҡлана бара.


Фото: sochinews.io
Читайте нас: