Мәләүез ҡалаһындағы зыяратта билдәһеҙ кешенең бер ҡатын ҡәберен соҡоп ҡарауы бөтә халыҡты аптырашта ҡалдырҙы.
Быны оператив тикшереү төркөмө ентекләп өйрәнде, һәм Ырымбур өлкәһенән 32 йәшлек ир шик аҫтына алынды.
Баҡтиһәң, ул 2017 йылда Орск ҡалаһында юл фажиғәһендә вафат булған ҡатын менән элек таныш булған. Әммә уның был урында ысынлап та ерләнеүенә ышанмаған һәм ҡаҙып ҡарарға иткән.
Иргә ҡарата енәйәт эше асылған.