Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сираттағы Хөкүмәт кәңәшмәһендә Өфө менән Ағиҙел ҡалаһы араһында тимер юл һалынасағы тураһында әйтте. Был мәсьәлә уның Мәскәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән ошо аҙна башындағы осрашыуында күтәрелгән икән.
– Төҙөлөштө атҡарыу буйынса Президент тейешле ойошмаларға күрһәтмә бирҙе. Был – киләсәктәге оҙайлы эш, ләкин беҙ был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа бурыслыбыҙ һәм тәүге аҙымдарҙы яһай башларға кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Ысынлап та, Өфөнө республиканың төньяҡ өлөшө һәм Рәсәйҙең Башҡортостандан төньяҡтараҡ ятҡан төбәктәре менән бәйләгән тимер юл юҡ. Уны файҙаланыуға индереү республиканың иҡтисади үҫешенә ыңғай йоғонто яһар ине.