Әбйәлил районының Таштимер мәктәбендә, элекке матур, тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған йолаға тоғро ҡалып, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтереүҙе дауам итәләр.
Белем усағы алды сәскәгә күмелеп ултырһа, теплицаларында помидор ҡыҙарып бешә, ә баҡса майҙанында береһенән-береһе эре кәбеҫтәләр күҙҙе ҡыҙҙыра.
Бай баҡса үҫтергән коллектив уңышты балаларҙы туҡландырыуға тотона, ә артып ҡалғанын сауҙаға сығара.