Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 23:07

"Туйыбыҙ дүрт көнгә һуҙылды"

Хәсән Усманов йәшлек хәтирәләре менән уртаҡлаша. Бөгөн уның ғаиләһендә ниндәй байрам?

Фото йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Бөгөн парлы һандуғастар Зилә менән Хәсән Усмановтарҙың туй көнө. Уларҙың матур ғаилә булып йәшәүенә 16 йыл да булып киткән.
Был хаҡта йырсы үҙенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә: “Был көн бер ҡасан да онотолмайҙыр ул, бөгөн – беҙҙең туй көнөбөҙ, – тип яҙған. – Өфө дәүләт сәнғәт институтының йыр бүлегендә бергә уҡығанда таныштыҡ та, өс йыл буйы дуҫлашып йөрөгәс, 2003 йылдың 28 авгусында сәстәрҙе сәскә бәйләргә булдыҡ. Хәҙер туйҙар бер генә көндә үтә, ә беҙҙеке дүрт көн буйы барҙы. Ике көн – Бөрйәндә, ике көн – Әбйәлилдә. Шау-гөр килде ике район. Иҫләй башлаһаң, ҡыҙыҡлы мәлдәр күп булды”.
Беҙ ҙә күркәм ғаиләне, моңло йырсыларҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: