Эшселәр өҫтөнә төҙөлөп ятҡан бинаның стенаһы емерелеп төшкән. Емереклек аҫтында 11 төҙөүсенең ҡалыуы ихтимал. Әлегә ике кешенең үлеүе билдәле.
Стена емерелеүе тураһында хәбәр Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙә килә. Был бина ҡаланың Ударная урамында төҙөлгән. Емереклектәр араһынан бер кешене тапҡандар, ул иҫән, уны табиптарға тапшырғандар.
Емерелеү 350 квадрат метр майҙанда булған. Әле урында 128 ҡотҡарыусы һәм 33 берәмек техника эшләй.
Урынға Новосибирск мэры Анатолий Локоть сыҡҡан. Хәл буйынса Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан.