Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2019, 13:11

Баланың битенә... бысаҡ менән

Бәғзе ҡатындарҙың ҡанһыҙлығына хайран ҡалырлыҡ.

Бәғзе ҡатындарҙың ҡанһыҙлығына хайран ҡалырлыҡ.
Ошо көндәрҙә Тбилиси ҡалаһы үҙәгендә ҡот осҡос хәл булған: бер ҡатын бәләкәс балаға бысаҡ менән һөжүм иткән, уның йөҙөн яралаған.
Аяныслы хәлдең видеояҙмаһы бар. Күренеүенсә, ҡатын баланың битен телгеләй, шунан иһә икенсе балаға һөжүм итергә йыйына, тик атай кеше уны туҡтатып өлгөрә. Унан һуң ҡатын юл аша ҡайҙалыр китеп бара.
Хәбәр итеүҙәренсә баланың хәле уртаса, операция яһағандар, ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Табиптар ышандырыуынса, киләсәктә балаға пластика яһау талап ителмәйәск.
Вәхшиҙе һуңыраҡ тотҡандары мәғлүм. 52 йәшлек ҡатын ете йылдан ун йылғаса төрмәгә китеүе ихтимал.
Читайте нас: