Бөгөн республикала булған ҡурҡыныс авария тураһында хәбәр иткәйнек. Туймазы районындағы юл-транспорт фажиғәһендә ике баланың ғүмере өҙөлдө.
Әле был аварияға бер ни тиклем асыҡлыҡ индерелде. Юлдан осоп ауған “Део Нексия” автомобиленә 35 йәшлек балаларҙың атаһы идара иткән. Ул быйыл ғына руль артына иҫерек килеш ултырғаны өсөн танытмаһынан мәхрүм ителгән булған. Ҡыҙҙарға дүрт һәм алты йәш. Улар өләсәләренән йәйге каникулдан ҡайтып килгән. Өлкәне быйыл мәктәпкә барырға тейеш булған...
Балаларҙың авария урынында ғүмере өҙөлгән. Республика ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, машинала балалар өсөн махсус креслолар булмаған.
Ҡыҙҙарҙың әсәһе, 24 йәшлек ҡатын, шулай уҡ ир кеше әле дауаханала. Машинанан бер нәмә лә ҡалмаған.
Донъяла иң ауыры – бала ҡайғыһы. Ҡағиҙәләрҙе инҡар итеү бына нимәгә алып килә. Балаларҙы махсус креслоһыҙ йөрөтөргә ярамай тип даими тылҡып торолһа ла, был ҡағиҙәне үтәмәгәндәр бар. Үҙегеҙҙе уйламаһағыҙ ҙа, балаларҙы ҡайғыртырға кәрәк бит... Йәшәй башларға ла өлгөрмәгән сабыйҙар бигерәк йәл.