Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Август 2019, 02:26

Теш табиптары иҫерек булғанмы?

Өс баланы әсәйһеҙ ҡалдырып...

Фото: Нина Карпова.
Фото: Нина Карпова.
Екатеринбургта өс бала әсәһе поликлиникала тешен алдырғандан һуң һәләк булған.


31 йәшлек ҡатындың тешен һурыу менән ҡаҙналары һыҙлап ауырта, муйыны шешә башлай. Кисектергеһеҙ ярҙам уны һуғыш ветерандары госпиталенә илтә.


Был хәл менән таныш бер медиктың әйтеүенсә, операцияны йома кис яһайҙар, табиптар иҫерек була. Дауахана фажиғәнән һуң полицияға ла, Тәфтиш комитетына ла хәбәр итмәй.


Ҡатындың ире страховка компанияһына мөрәжәғәт иткән, ул хәлде тикшереүҙе талап итә. Ғаиләлә өс бала әсәйһеҙ ҡалды. Баш табип әлегә аҡланырлыҡ сәбәптәр эҙләй, аҡ халатҡа тап төшөрмәү өсөн тырыша.
Читайте нас: