Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Август 2019, 12:30

Яңауылды гөл баҡсаһы итәләр

Сәскәләрҙе үҙҙәренең теплицаһында үҫтереп алалар.

Сәскәләрҙе үҙҙәренең теплицаһында үҫтереп алалар.


Яңауыл ҙур булмаған ҡалалар араһында үткән Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалаһы” конкурсында бер нисә тапҡыр еңеүсе булып таныла. Был хаҡта ҡала тарихына алтын юлдар менән яҙылған.


Яңауылдар яуланған данға бөгөн дә тоғролоҡ һаҡлай. Үҙҙә­ренең ҡалаһын төҙөк һәм йәшәүгә уңайлы итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Ҡалаға килеп инеүгә, юлдарҙың һәм тротуар­ҙарҙың төҙөклөгө, сквер һәм парктарҙағы йәшеллек, ял итеү өсөн уңайлыҡтар, газондарҙың һәм майҙандарҙың иртә яҙҙан көҙгә ҡәҙәр аллы-гөллө сәскәләргә күмелеп ултырыуы иғтибарҙы йәлеп итә. Былар бөтәһе лә “ЯнаулБлагоустройство” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективының фиҙакәр хеҙмәте менән тыуҙы­рыла.
Предприятие 163 километр ара юлды, 120 километр оҙон­лоҡ­тағы тыҡрыҡ һәм кереү-сығыу юлдарын, шул ҡәҙәр үк тротуарҙарҙы, Яңауыл һәм Шүдек йылғалары аша һалынған йәйәүлеләр өсөн ун алты, автомобилдәр өсөн дүрт күперҙе, юл билдәләрен төҙөк һәм ҡараулы тота. Әйтеп үткәнсә, сквер һәм парктарҙың һәм ундағы һәйкәлдәрҙең, монументтарҙың, арт-объекттарҙың төҙөклөгө һәм тәртиптә булыуы, йәшелләндереү, ҡала зыяраттарының санитар торошо ла улар яуаплылығында.
60 кешенән торған коллективтың был ҡәҙәр эште тейешенсә башҡа­рып сыға алыуына хатта таң ҡалаһың. Коллектив йәшеллән­дереүселәр, юл эшселәре, төҙөк­лән­дереүселәр, водителдәр һәм механизаторҙар, ярҙамсыл базанан торған бөтәһе биш бригадаға тупланып эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ эшенең оҫтаһы булып, бай хеҙмәт тәжрибәһенә эйә. Мастерҙар һәм белгестәр ныҡлы әҙерлекле. Коллективтағыларҙы йәнә бер сифат берләштерә – тыуған ҡалаға ҡарата булған һөйөү һәм уның менән ғорурлыҡ тойғоһо. Бына шул ынтылыш ауырлыҡтарҙы еңергә көс-ҡеүәт бирә лә инде.

Бөгөнгө “ЯнаулБлагоустройство“ – бай тарихлы, күркәм тради­цияларға эйә булған заманса предприятие. Уның яҙмышы ҡаланың үҫеше менән үрелеп бара. Тыуған ерҙе матурлау, халыҡҡа уңайлы йәшәү мөхите тыуҙырыу өсөн үҙ иңенә теләһә ниндәй яуаплылыҡты алырға әҙер был коллектив. Матурлыҡ тигәндән, йәйге осорҙа ҡаланың парк һәм аллеялары гөл баҡсаһын хәтерләтә.
Был гүзәллек предприятиеның теплицаһында башланғыс ала. Әйткәндәй, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында теплица булдырған башҡа бер предприятие ла юҡтыр, моғайын. Теплицала эш Яңы йыл байрамдары үткәс тә сәскә орлоҡтары сәсеүҙән башлана. Ҡыҫҡаһы, ҡышҡы һалҡындарҙа ла унда ҡыҙыу эш ҡайнай. Бер нисә йыл элек уны газ яғыулығына күсергәндәр. Май айының тәүге көндәрендә инде сәскә үҫентеләрен ҡала киңлектәренә күсереп ултырта башлайҙар. Халыҡҡа ла һаталар.
Йәшеллек донъяһына мөкиббән хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы үҙен аҡлай. Предприятие ҡаланы йә­шел­ләндереүҙәге лайыҡлы хеҙмәте өсөн күп тапҡыр район һәм ҡала хакимиәтенең Почет грамоталарына лайыҡ булған.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре өсөн һәр көн яңы хәстәрлектәр алып килә. Бигерәк тә йәйге осор ҡыҙыу. Көндәлек эштәр менән бер рәттән төҙөкләндереү объекттарын ремонтларға, техниканы ҡышҡы шарттарға әҙерләргә кәрәк. Арт-объекттарҙы етештереүҙе яйға һалғандар. Быйыл 35 шундай өлгө эшләп, майҙандарға һәм газон­дарға урынлаштырғандар, шулай уҡ күп кенә юл билдәләрен яңырт­ҡандар.
Булдыҡлы предприятиены ҡала­ла белмәгән кеше юҡ, сөнки улар, үҙҙәренең төп эштәренән тыш, халыҡҡа, ойошма һәм учреж­дениеларға транспорт хеҙмәте күрһәтергә лә өлгөрә. Киләсәктә ярҙамсы хеҙмәтләндереү даирәһен тағы ла кәңәйтеү хәстәрлеге күрелә.
Үткән йылдан башлап предприя­тиеға Алмас Фәйзуллин етәкселек итә. Йәш булһа ла, Алмас Йәғәфәр улы ҡала хужалығын һәм уның проблемаларын яҡшы белә, идара итеү өлкәһендә ҙур тәжрибә туплаған. Матди-техник базаны нығытыу, яңы технологиялар ҡулланыу, хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу хәстәрлеген күрә. Мәҫәлән, заманса уңайлы, энергия һаҡсыллығына ҡоролған йыһаздар, вибробысҡы, “Мокита” перфораторы, инвекторлы электр иретеп йәбештереү агрегаттары алынған.
Предприятие заман технологияларына йөҙ тота. Киләсәктә вертикаль йәшелләндереү алымдарын ҡулланыу, юғары зауыҡлы кесе архитектура элементтарын етеште­реү, йыйыштырыу һәм буяу эштә­рен механикалаштырыу, ҡала биләмәһен төҙөкләндереүҙе ал­дын­ғы ҡалалар өлгөһөндә үҙгәртеп ҡороу маҡсаты билдәләнгән. Булдыҡлы коллективтың был үрҙәрҙе яуларға көс-ҡеүәте һәм һәләте етерлек. Улар үҙҙәренең матур башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа ҡала хакимиәтенең теләктәшлегенә һәм ярҙамына таяна, сөнки йәнтөйәктең йөҙө, төҙөклөгө, күркәмлеге – уртаҡ хәстәрлек, һәр кем өсөн ғорурлыҡ.


Яңауыл ҡалаһы.
Читайте нас: