Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2019, 12:20

Стафилококклы шәүәрмә...

Тикшерелгән хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә һәм салат өлгөһөндә стафилококк табылған.

Фото: news 102
Фото: news 102
Өфөлә 16 кеше сифатһыҙ шәүәрмә менән ағыуланғандан һуң, ошо ризыҡ менән сауҙа итеүсе нөктәләрҙе тикшереү бара.

Роспотребнадзор ойошмаһының республика бүлексәһе етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡайһы бер һөҙөмтәләр менән таныштырҙы.

Мәғлүм булыуынса, тикшерелгән хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә һәм салат өлгөһөндә стафилококк табылған. Әлеге ваҡытта эпидемиологик тикшереүҙәр дауам итә, дауаханаға эләккән барлыҡ пациенттар һәм кафе хеҙмәткәрҙәре тикшерелгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң, ағыулы шәүәрмә менән сауҙа итеүсе эшҡыуарҙың алты туҡланыу нөктәһе лә тикшерелгән, барыһының да эшмәкәрлеге туҡтатылған.
Читайте нас: