Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Сентябрь 2019, 15:28

Өй һатам тип аҡсаһыҙ ҡал инде

"Һатып алыусы"ның телефоны ниңә яуап биреүҙән туҡтай?

Фото: 65.media
Фото: 65.media
Өфөнән 59 йәшлек ҡатын ҡала ситендәге йортон һатмаҡсы булып интернетта иғлан бирә.
Бер ир шылтыратып, өйҙө алырға теләген белдерә һәм аванс күсереү өсөн банк картаһының реквизитын һорай. Уны-быны аңламаған ҡатын ир ҡушҡанса эшләй һәм һөҙөмтәлә иҫәбендәге 80 мең аҡсанан ҡолаҡ ҡаға. "Һатып алыусы"ның телефоны шунда уҡ яуап биреүҙән туҡтай.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бер ваҡытта ла ят кешегә үҙегеҙҙең банк картаһы мәғлүмәттәрен бирмәҫкә кәңәш итә.
Читайте нас: