Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2019, 11:00

Автобус ике ҡыҙҙы бәрҙергән, ә Иглиндә хәлдәр тағы ла хәтәрерәк...

Йәйәүлеләр ҙә, руль артындағылар ҙа, һәр саҡ уяу, иғтибарлы булайыҡ!

Өфөлә пассажирҙар ташыу автобусы ике ҡыҙҙы бәрҙергән.

Был хәл 24 ноябрь кис теркәлгән. Фажиғә Трамвай һәм Седов урамдары киҫелешендә була, автобус маршрутта булмай, йәғни пассажирҙарһыҙ китеп барған.

- Алдан фаразлау буйынса, 48 йәшлек ПАЗ автобусы водителе ике ҡыҙҙы бәрҙергән. Бәләгә тарыусылар тикшерелеү өсөн дауаханаға оҙатылды. Авария сәбәптәре ентекле тикшерелә, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығынан.

Ярай әле, был осраҡта ҡыҙҙар иҫән ҡалған.

Шул уҡ көндө Михайловка ауылында ла пассажир автобусының юлда ауып ятҡанын үтеп барыусы водитель видеоға төшөрөп интернетҡа һалған. Унда ла, бәхеткә күрә, пассажирҙар булмаған.
Ә у кисә көндөҙ Иглин районында үлемесле авария була. Һамар – Өфө – Силәбе юлында Ҡалтасы районы кешеһе ВАЗ-2115 автомобилендә Силәбе яғынан Өфөгә йүнәлгән ваҡытта ҡаршыға килгән “Форд Фокус”ҡа һуғыла. Һөҙөмтәлә ватан автомобиле ҡаршы һыҙатҡа барып сығып, “DAF” йөк машинаһы менән бәрелешә. Авария урынында 39 йәшлек ВАЗ шоферы һәләк була, уның ике пассажиры дауаханаға оҙатыла.

Йәйәүлеләр ҙә, руль артындағылар ҙа, һәр саҡ уяу, иғтибарлы булайыҡ! Үҙебеҙҙең һәм тирә-яҡтағыларҙың һаулығы, ғүмере һәр беребеҙҙән тора - шуны онотмайыҡ!
Фото Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығынан.
Читайте нас: