Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәниә Фәрхиҙең бер туған һеңлеһе Фирүзә Ибәтуллинаның "Инстаграм"да туғыҙ меңдән ашыу уҡыусыһы бар.
Йәштәрҙән ҡалышмаған ханым унда тормошонан ҡыҙыҡлы фото, видеолар менән уртаҡлаша, Хәниә репертуарынан йырҙар башҡара. Тик уның һуңғы ваҡытта бик әүҙемләшеп китеүен бәғзеләр бигүк өнәп етмәй икән. Ошоға яуап итеп ул оҙон ғына яҙма урынлаштырған.
"Хөрмәтле дуҫтар, ғәфү итерһегеҙ, саф-пак күңелле кешеләрҙең күңеленә ҡараңғылыҡ булып инһәм. Балалар кеүек, өлкәндәр ҙә, нимә генә эшләһәк тә, яңылығыбыҙҙы интернетҡа ҡуйырға ашығабыҙ. Мин үҙемдең яңылышҡанымды бөгөн генә аңланым. Әммә мин һеҙҙең алда аҡланып, эшләгән эштәрем өсөн меҫкенләнеп иҫбатлар өсөн яуап яҙмайым, дөрөҫ аңлағыҙ. Мин Ҡояшыма оҡшағанмынмы, йырларға тырышаммы, ул иҫән саҡта ҡайҙа булғанмын?.. Һорауҙарығыҙ бик күп. Йырлайым икән, тимәк, мин иҫән. Оҡшарға тырышам икән, ул - минең өсөн өлгө. Быға тиклем ниңә күренмәгәнмен, сөнки Ҡояшым иҫән-һау һәм үҙ миссияһын еренә еткереп, "халҡым, ғәзиз тамашасым" тип йәне-тәне менән хеҙмәтен үҙе башҡарҙы", - тигән ул.
Аҙаҡ, бер аҙ үпкәләүен белдереп: "Юҡ-бар мәғәнәһеҙ яуаптарығыҙҙан минең күңел бер аҙ кителер һәм Ҡояшымдың нурына шәүләгеҙ төшөр. Ул иҫән-һау сағында үҙенекеләрҙе бер ҡасан да кәмһетергә, ҡыйырһытырға ирек бирмәне", - тигән Фирүзә ханым.