Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2019, 16:00

Владимир Путиндың алдында илап ебәргән...

Халыҡ араһындағы бер өлкән генә ҡатын, Президенттың киткәнен күреп, илап ебәрә.

Санкт-Петербург ҡалаһы халҡы менән осрашыуҙа Владимир Путин илап ебәргән өлкән йәштәге ҡатынды ҡосаҡлап алды.
Халыҡ араһындағы бер оло ғына ҡатын, Президенттың киткәнен күреп, илап ебәрә. Быны һиҙеп ҡалған дәүләт башлығы кире килеп, уны тыңлағандан һуң, ҡосаҡлап ала. Асыҡланыуынса, ҡатын ҡыҙының ауыр хәлгә тарыуына зарланып, Владимир Владимировичтан ярҙам һораған икән.
Мәғлүм булыуынса, Владимир Путин ошо көндәрҙә Мәскәү – Санкт-Петербург юғары тиҙлекле яңы юл трассаһын асыуҙа ҡатнашты, “Турбостроитель” дзюдо клубында булды. Яҙыусы Даниил Гранинға һәйкәл асҡандан һуң, Рәсәй башлығы урындағы халыҡ менән аралашты. Берәү Президентҡа торлаҡ мәсьәләһенә зарланды. Ул губернатор Александр Бегловҡа проблеманы хәл итергә ҡушты.
#ВладимирПутин
Фото: news.mail.ru
Читайте нас: