Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, ҡатын эсергә әүәҫ булған, улын тәрбиәләүгә тейешенсә иғтибар бирмәгән, йыш ҡына уны туҡмаған. Мәҫәлән, 2018 йылдың декабрендә телевизорҙы һүндер тип әйткәнен тыңламаған өсөн әсә балаһына утын ағасы менән һуға, 2019 йылдың мартында мәктәптә булған низағлашыу өсөн итек менән туҡмай. Шул уҡ йылдың июнендә уның ҡулынан телефонын алырға маташҡан улының башына ҡатын йоҙроҡлап тондора, аҙаҡ хатта табиптар баланың мейеһе һелкенеүен асыҡлаған.