Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Май 2020, 20:00

Әнүәр Нурғәлиевте тағы ғәйепләйҙәр...

Яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев ауылда әсәһенең әхирәттәре менән төшкән фотоһын Инстаграм битендә урынлаштырған.


Яратҡан йырсыбыҙ Әнүәр Нурғәлиев ауылда әсәһенең әхирәттәре менән төшкән фотоһын Инстаграм битендә урынлаштырған.
«Байрамға атай янына ҡайтып килдем. Фотола әсәйемдең әхирәттәре Тәнзилә апай менән Фәүзиә апай», — тип яҙған йырсы.
Әнүәр Нурғәлиевтең виртуаль дуҫтары атаһының хәле менән ҡыҙыҡһына.

Әммә йырсыны яуапһыҙлыҡта ғәйепләүселәр ҙә бар. «Туҡып торалар бит инде, өлкәндәр янына ҡайтмағыҙ тип. Һеҙгә һабаҡ булмаған икән әле», — тип комментарий ҡалдырған берәү.
«Әнүәр, атайың янына ҡайтып, бик яҡшы эшләгәнһегеҙ. Телевизорҙан һөйләнгән бөтә ялғанды ҡарап ултырыусылар күберәк сирләй әле. Идиотизм сире — бөтөнләй терелтеп булмай торған сир», — тип яҡлаусылар ҙа табылған.

Нисәмә кеше, шунса фекер, ҡыҫҡаһы. Иң мөһиме, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ, уяулыҡты юғалтмайыҡ.

Фото: Vk.com

Читайте нас: