Рәйес ҡәйнеш - ғаиләлә төпсөк бала, шуғалыр дүрт бала араһында иркәләү, яратыу иң нығы уға эләкте, әммә холҡо бынан бер ҙә боҙолманы, ихлас, илгәҙәк булып үҫте. Үҙ тиҫтерҙәре араһында ла абруйы ҙур ине. Быға тыныс холоҡло, кеше менән уртаҡ телде тиҙ таба белеүе, хәбәрҙе оҫта һөйләүе лә сәбәпсе булғандыр.
Күрше малайҙарына әкиәт һөйләгәнен ишетергә тура килгәйне уҡырға ла төшмәгән сағында. Шул тиклем ышандырып, күҙ алдына баҫтырырлыҡ итеп бәйән иткәндер инде, малайҙарҙың, әле лә улар (әкиәт геройҙарын әйтәләр инде) бармы икән, тип һорағандарын һаман үҙенә һөйләп көлөшөп алабыҙ. Үҫкәс ҙур кеше булыр был бала тип фаразлай ине өлкәндәр. Китапты күп уҡыуына, хәбәрҙе оҫта һөйләүенә ҡарап, яҙыусы булыр тип юраны уҡытыусылары. Миңә ҡалһа, ниндәй һөнәр һайлаһа ла, һынатмаҫ ине ул. Рәйес ҡәйнеш мәктәптән һуң техник университетта белем алды, уҡып бөткәс, үҙ эшен асып ебәрҙе. Арыу ғына килем алырлыҡ итеп юлға һалынғансы байтаҡ ҡына көс һәм сығым талап ителде. Өлгөлө ғаилә башлығы ла булыр кеше ул: эсмәй, тартмай, эшлекле, ярҙамсыл, туған йәнле. Тик бына ниңәлер ҡатын-ҡыҙ менән мөнәсәбәттә әллә бәхете юҡ, әллә үтә бәхетле инде...
Бергә уҡыған Әнисәне өйгә алып ҡайтҡас, һөйөнөп бөтә алманыҡ. Килен дә тәрбиәле ғаиләнән, уҡыған, уңған, тап килеп кенә торалар. Оҙаҡламай ҡыҙҙары тыуғас, тағы бер шатландыҡ. Тик бер нисә йылдан бәхетле йәштәрҙең араһы һыуынған кеүек һиҙелә башланы беҙгә. Еңгәй булараҡ, сәбәбен һорашҡас, "Икенсе бер ҡыҙҙы осраттым" булды яуабы. "Эй киленебеҙ һәйбәт бит әле, йәл була инде" тигәс, "Ә мин айырылышырға теләмәйем. Икенсеһе менән никах уҡытып йәшәргә һөйләштек. Әнисә бер ни ҙә белмәҫ тип уйлайым", тип яуапланы моңаймай ҙа. Беҙгә ни, үҙ-ара аңлашһалар булды, үҙе теләгән - йылан ите ашаған, тиҙәр бит. Ысынлап та, ике ғаиләһен дә бер тигеҙ матур итеп ҡарағанына шаһитбыҙ. Ҡатындар ғына бер-береһенең барлығын беләме, белмәмешкә һалышамы? Ә беҙгә ике килен дә оҡшай былай.
Аптырыуыбыҙ бының менән генә бөтмәгән икән әле: яңыраҡ уның өсөнсө мөхәббәте хаҡында ишетеп, тағы бер ҡымйышып алдыҡ. "Ниңә йәнең тынғы тапмай һинең?" тиеүебеҙгә: "Ни хәл итәйем, уны ла яратам, береһен дә ташларға йыйынмайым. Юҡ, улар бер-береһенең барлығын белмәй. Өйҙә булмайым икән, тимәк, икеһе өсөн мин "командировкала". Һәр береһен ҡарай алам да инде, балаларымдың да киләсәге ышаныслы", - һаман үҙ һүҙе һүҙ уның.
Матди яҡтан ҡарағанда шулайҙыр ҙа, тик бөтә нәмә лә аҡса менән генә үлсәнмәй бит әле: донъя көткәндә, балалар үҫтергәндә шатлыҡ-ҡыуаныстарыңды, ҡайғыларыңды, проблемаларыңды һәм башҡа бик күп эштәрҙе бергә күтәрә алырлыҡ, иңең терәрлек кешең булыу бик мөһим. Бына мин ағаһы менән сиктән сыҡмай тын ғына ғүмер кисерәбеҙ, беҙгә ғаиләләге рухи тотороҡлолоҡ ҡәҙерле. Ә уларҙың дүртмөйөшлө мөнәсәбәттәрендә етдилек, йылылыҡ, яҡынлыҡ бармы, булырмы - шуныһы уйландыра, ҡатын-ҡыҙ булараҡ миңә килендәштәрҙең белепме, белмәйме һайлаған яҙмыштары йәл.
(Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).