Ике улы менән бергә юҡ булғас, Артем Мазов улар менән бергә һыуға батҡандыр тигән фараз иң тәүгеләрҙән булып килеп сыҡҡайны. Был буш урында эшләнмәне, әлбиттә.
Беренсенән, уларҙың машинаһы Ҡариҙелдән йыраҡ түгел урында табылды, икенсенән, яр буйында өрөп тултырыла торған резина матрас та ошо ғаиләнеке ине.
Ҡара көҙ етеп, йылғаға боҙ ятҡансы барлыҡ хеҙмәттәр уларҙы һыу төбөнән эҙләне. Ҡариҙел, Ағиҙел ныҡлап тикшерелде. Ул саҡта бер ниндәй ҙә һөҙөмтә булмағас, атаһы менән малайҙар, бәлки, иҫәндер, йәшенеп яталарҙыр тигән фараз өҫтөнлөк ала башланы. Тик уларҙың ғәйеп булғанына ярты йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ике бәләкәй бала менән ошоға тиклем йәшенеп ятып буламы икән? Икеле.
Боҙ китеп, һыуҙың кимәле кәмей башлау менән йылға төбөнән эҙләү эше тергеҙелде. Был турала кисә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе брифинг ваҡытында белдергәйне. Ҡотҡарыусылар Тәфтиш комитеты ҡарары буйынса эшләй.
Һәм, бөгөн билдәле булыуынса, юғалған Мазовтарҙы эҙләүгә Росгвардия идаралығының махсус бүлексәләре хеҙмәткәрҙәрҙе һәм хәрбиҙәре лә тотонған.
"Йылғалар ярҙарына ҡайтҡас, улар ныҡлап тикшерелә башланы", – тинеләр Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.
Билдәле булыуынса, Артем Мазов һигеҙ һәм биш йәшлек улдары менән былтыр 26 октябрҙә ғәйеп булғайны. Ул ҡатыны менән әрләшкәндән һуң малайҙарын алып сығып китә, шунан бирле уларҙың ҡайҙалығы билдәле түгел.