Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2020, 11:45

“Фатирымды кире ҡайтарҙым, тик улымды юғалттым...”

Балаһын уйлап, аш-һыу бүлмәһендә көн күрергә лә риза булған да бит...

Оло йәштәге ҡатындың һөйләгәндәрен тыңлағас, ҡаты бәғерле кешеләр бар шул был донъяла, тип тағы бер уйлап ҡуяһың.
“Улым менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәй инек. Бер ваҡыт ул өйләнергә ҡарар итте һәм кәләшен килтерҙе. “Хәҙер хатта бер бүлмәне ҡуртымға алыу ҙа бик ҡиммәт”, – тип аңлатты улым был хәлде. Әлбиттә, ризалаштым”, – ти Фәхризә инәй.
Оло йәштәге кеше, бүлмәне йәштәргә ҡалдырып, үҙе аш-һыу бүлмәһендә көн күрә башлаған. Килен яңы урынға тиҙ генә ҡулайлашҡан, өҫтәүенә ире лә, уның эргәһендә өтәләнеп, хатта кәләшенә ашарына ла бүлмәгә ташыған. Йәш ҡатын олоһоноң күҙенә салынырға ашыҡмаған, әммә иренең ҡолағына уны насарлап көн дә нимәлер һайрар булған.
Бер көн ике йәш йөрәк Фәхризә инәйгә ҡала ситендә генә урынлашҡан йорттан бәләкәй фатир алырға ҡарар иткән. Уны икенсе төрлө “студия” тип йөрөтәләр. Әсәһенең йылдар буйы хәләл көсө менән тупланған аҡсаһы барлығын белгән улы ошо сумма хаҡында һүҙ сығарған һәм яңы торлаҡ эргәһендә магазин, дарыухана, дауахана – барыһы ла – яҡын тип аңлатҡан. “Ышандым инде улыма. Иҫке фатирҙан күсенер алдынан балам торлаҡты бүләк итеү хаҡындағы документҡа ла ҡул ҡуйҙыртты”, – тип һөйләй хәҙер инәй күҙ йәштәре аша.
Яңы фатир тигәне ҡала ситендә түгел, ә унан 50 километр алыҫлыҡта булып сыҡҡан. Өҫтәүенә яҡында магазин да, башҡа вәғәҙә ителгән кәрәкле ойошмалар ҙа юҡ. Ә эргәләге күршеләр кәйеф-сафа ҡорорға ярата. Ял һайын киләм тигән улынан да елдәр иҫкән. Йәштәр эшенең күплегенә һылтанған. Шулай итеп, инәй ыҙа сигеп көн күрә башлаған.
Яҙҙың юлдар боҙға ҡапланған көнөндә магазинға тип юлланған инәй тайып йығылған һәм ярай әле эргәнән үтеп барған машина тәгәрмәсе аҫтына эләкмәгән. Был хәлде күреп ярҙамға ашыҡҡан Рәйсә хәҙер ҡыҙы кеүек яҡын кешегә әйләнгән. Ҡалала юрист булып эшләгән ҡатын Фәрхизә инәйгә ярҙам итергә булған. Ул: “Торлаҡты бүләк иткәндән һуң өс йыл эсендә фатирҙы кире ҡайтарыу мөмкинлеге бар”, – тип кәңәш биргән.
...Суд юлын оҙаҡ ҡына тапағас, Фәрхизә инәй элекке фатирына кире ҡайтҡан. Ә теге “студия”ны, бәләкәй генә пенсияһына ҡушымта булһын тип, ҡуртымға бирә. Тик йөрәге һәр көн һыҙлай: ғәзиз улы менән килененең үҙен алдауы, уларҙы суд аша юллап торлағынан сығарыуы йәнен өтә. “Торлағымды кире ҡайтарҙым, тик улымды юғалттым. Балам менән аҙаҡ аралашырбыҙмы икән?” – тигән һорау йөҙәтә хәҙер әсә күңелен...
Читайте нас: