Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Июнь 2020, 10:00

Никахтарҙы тантаналы теркәү рөхсәт ителде

Хәҙер никах теркәү тантаналарында кемдәр ҡатнаша ала?

Коронавирусҡа бәйле юғары әҙерлек режимы осоронда ЗАГС-тарҙа никахтарҙы тантаналы теркәү тыйылғайны, бары тик айырым осраҡтарҙа, ҡунаҡтарһыҙ ғына теркәүҙәр рөхсәт ителде.
Хәҙер никах теркәү тантаналарында йәш парҙың ата-әсәһе (65 йәштән оло булмаған осраҡта), фотограф, видеограф (ике кешенән артмаҫҡа тейеш) һәм ЗАГС хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Башҡортостан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, сарала ҡатнашыусылар хәүефһеҙ дистанция һаҡларға тейеш.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре никах теркәү йәки башҡа донъяуи документтарға бәйле ғаризаларҙы (үлем, айырылышыу, уллыҡҡа бала алыу) Дәүләт хеҙмәттәре сайты аша башҡарырға тәҡдим итә. Комитеттың сайтында бәйләнеш өсөн телефондар бирелгән, уларға шылтыратып, һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап таба ала. Комитеттың “ҡыҙыу линияһы” телефондары: 8 (347) 237-67-81; 8 (347) 248-54-70; 8 (347) 248-74-20.
Фото: pressaufa.ru
Читайте нас: