Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос аврияға тарып өс йәш егеттең вафат булыуын хәбәр иткәйнек. Улар барыһы ла Ҡырмыҫҡалы районының ҙур булмаған Орловка ауылында йәшәгән. Руль артында ултырған Дмитрийға 19 июлдә саҡ 18 йәш тулыр ине... Ә ике пассажир егеткә 16-шар ғына. Дмитрий үҙенә үҙе бүләк итеп осһоҙға ғына туғыҙынсы модель ”Лада” машина һатып ала, йөрөтөү таныҡлығы булмаһа ла. Ул әсәһе менән генә күп балалы ғаиләлә йәшәгән. Унан тыш тағы 4 ҡыҙ тәрбиәләнә ғаиләлә. Егет эшлекле, 17 йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Булгаков ауылындағы цемент заводында тир түгә. Шунда эшләгән эш хаҡына ала ла инде ошо машинаны – бары 25 меңгә. Үҙе лә, ғаиләһе лә беренсе машинаһына бик шатлана. Ауылдаштары билдәләүенсә, егеттәр шатлыҡты күмәкләп “йыуалар”, шул бәләгә тарыта ла инде уларҙы. Ҡыҙып алған егеттәр шәп тиҙлек менән машинала елдереп йөрөйҙәр. Вафат булған тағы ике егет тә эшсән генә булғандар, ауылда нигеҙ һалышырға ялланып аҡса тапҡандар. Башланып та өлгөрмәгән йәш ғүмерҙәрҙең өҙөлөүе аяныс.