Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2020, 22:01

Бәхетле булыу өсөн батырлыҡ кәрәк (Хикәйә) (Аҙағы)

Иртәгәһенә Гөлниса иртә тороп ҡоймаҡ ҡойҙо, йома көн, өйҙә таба еҫе сығарып алыу кәрәк. Сәғит тә торҙо, һөйләшмәне, кәйефе юҡ, күрәһең...

Иртәгәһенә Гөлниса иртә тороп ҡоймаҡ ҡойҙо, йома көн, өйҙә таба еҫе сығарып алыу кәрәк. Сәғит тә торҙо, һөйләшмәне, кәйефе юҡ, күрәһең...
– Хәйерле иртә! Нисек йоҡланың?
– Йоҡлайһың инде... – тип мығырҙаны Сәғит танау аҫтынан.
– Әйҙә, йыуынып ал да иртәнге сәйгә ултыр.
Сәғит йыуынып, кикереге төшкән әтәс кеүек өҫтәл янына килде. Бер аҙ һөйләшмәй ултырҙылар.
– Бөгөн йома. Әйҙә киттек мәсеткә! Барып никах уҡытайыҡ! – тине Гөлниса, уға һынаулы ҡарап.
– Ҡуй әле! Бергә йәшәйем тиһәң, паспортҡа мисәт ҡуйыу ҙа, никах уҡытып тороу ҙа кәрәкмәй! – тине Сәғит эске ярһыу менән.
– Шулайын шулай ҙа ул... Әммә мин никахһыҙ бергә йәшәмәйем...
– Ярай, ҡарарбыҙ... – тине Сәғит, ризаһыҙлыҡ белдереп.
– Мин бит хәҙер намаҙ ҙа уҡыйым!
– Уныһын әйтмәһәң дә белеп торам... Һәр ауылда пенсияға сыҡҡан уҡытыусылар, яулыҡҡа төрөнөп алып, мәсет юлын тапай. Хәҙер бер кемгә лә сер түгел: ҡа­тын-ҡыҙ сылбыр кеүек теҙелешеп, өйҙән-өйгә аят ашына саҡырышып алып тик йөрөй.
– Ә һеҙгә, ирҙәргә, күңелһеҙ инде... Һин үҙең мәсеткә йөрө­мәйһеңме ни?
– Ю-ю-юҡ! Иртә әле миңә...
– Пенсияға сыҡманыңмы әле?
– Пенсия йәшен оҙайттылар бит!
– Бер ҡайҙа ла эшләмәйһеңме?
– Ауылда шул мал көсө менән йәшәнек, хәҙер малды ла бөтөрҙөк. Кисә һөйләп бирҙем дәһә...
Тағы һүҙ өҙөлдө. Иртәнге сәй тамамланды. Залға сыҡтылар. Кәрәккән мәғлүмәттәрҙе һөйләтеп алып бөткәндән һуң, Гөлнисаға Сәғит менән артабан һөйләшеүе ҡыҙыҡ та түгел ине. Бер үк хәбәр тураһында һөйләшеү арыттырҙы ла, ялҡытты ла...
– Һин миңә ҡарама, үҙ эшең менән бул, – тине Сәғит. – Балконға сығып тәмәке көйрәтеп инһәм буламы?
– Була, тик өйҙә тартма, тышҡы балконға сыҡ. Тартмаған кешегә тәмәке еҫе яман була бит.
– Аңлашылды...
Сәғит кейенеп тышҡы балконға сығып китте, Гөлниса өй рәтләргә тотондо. Ни өсөндөр ул тышта оҙаҡлаған һымаҡ булды, бер аҙҙан кәйефе күтәрелгән һымаҡ булып килеп инде.
– Һин, Сәғит, үҙ өйөңдә һымаҡ бул, тартынма! Теләйһең икән, гәзит-журнал уҡы, бына әле генә сыҡҡан китаптар. Әйҙә, рәхәтлән уҡып, ял ит.
– Ярай, ярай, мин һалҡын сәй яһап алам да үҙ яйыма йөрөйөм, һин миңә иғтибар итмә!
– Бик һәйбәт, улайһа! Ит ҡуйҙым, аш бешкәнсә мин үҙ эштәрем менән булышайым.
Гөлниса, кисә яҙа башлаған мәҡәләһен дауам итәйем тип, компьютер янына килеп ултырҙы. Яҙышырға күпме генә аҙаплан­маһын, фекерен туплай алманы. Бер һүҙ ҙә яҙа алманы, үәт әй, яҙышыу өсөн дә күңел тыныслығы кәрәк икән... Сәғиткә күҙ һалды. Уныһы бәләкәй бүлмәлә бокалға яһап алған һалҡын сәйен эсә-эсә, китап ҡараштыра ине. Гөлниса уны бүлдерергә теләмәне, бер аҙ күңеле тынысланды. Ҡул йыуырға ваннаға ингәйне, ағып торған кранды күреп, ҡаты итеп бороп ҡуйҙы.
Сәғиттең кранда эше юҡ икәнен аңлап, өндәшеп торманы, мастер саҡыртырға иҫәп тотто. Кухняға сығып, төшкө аш әҙерләргә тотондо. Ҡайһылай күңелле икән кемгәлер төшкө тамаҡ әҙерләүе, тип уйлап алды үҙенсә. Бер аҙҙан төшкө аш табыны әҙер булды.
– Әйҙә, Сәғит, төшкө ашҡа рәхим ит, тамаҡ ялғап алайыҡ!
– Хәҙер, хәҙер, ошо битте генә уҡып бөтәм дә! – тине тегеһе.
– Ярай, ярай, уҡы ғына, миндә уҡырға нәмә күп ул! – тип ҡыуанды, уҡығанын күреп. Оҙаҡ көттөрмәй кухняла Сәғиттең башы пәйҙә булды. Уны күреп Гөлниса шап итеп иҙәнгә ултыра төшә яҙҙы...
– Һин нимә-ә-ә, Сәғит... Эстеңме әллә?
– Нимә, күренәме ни? Әҙ генә булды инде...
– Мин һине һалҡын сәй эсеп йөрөй икән тиһәм...
– Мин бит иҫерек түгел.
– Аһ-аһ... Ҡайҙан алып эстең һуң?
– Бая тәмәке алырға тип сыҡҡайным, магазин өйөгөҙгә терәлеп кенә тора икән!
– Бына һиңә мә...
– Нимә, битем ҡыҙарғанмы?
– Танауың ҡыҙарған, күҙең дә аларған...
– Хәҙер үтә ул, аптырама бушҡа.
– Ултыр, төшкө аш мәле бит, ашап ал.
– Ашағым килмәй минең!
– Аштан улай оло булма, – Гөлниса Сәғиттең алдына тәрилкә ҡуйҙы ла уға төбәлде. – Сәғит, һин шулай эсәһеңме ни ул?
– Юҡ, эсмәйем...
– Аңлашылды... Әлегә тиклем эскән кешенең “эсәм” тигәнен ишеткәнем булманы. Алманың эсенә ҡорт төшкән икән... – тине. Һүҙһеҙ генә төшкө ашты тамамланылар. Гөлниса кухняла ҡашы­ғаяҡ йыуған арала Сәғит залға сығып телевизор ҡабыҙҙы. Яңы­лыҡ­тар күрһәтәләр. Тәрилкәләрҙе йыуып бөтөп, Гөлниса ла залға сыҡты.
– Тимәк, ҡатыныңда түгел икән сәбәп... – тине ул, уйлап йөрөгән фекерен дауам итеп. – Эсеү – ауырыу бит инде ул. Һинең кеүектәрҙе түгел, әллә ниндәй әзмәүерҙәй ирҙәрҙе бөгә эскелек.
– Миңә нотоҡ уҡырға булдың инде... – тип йомшаҡ ҡына көлөм­һөрәне Сәғит. Ҡапыл Гөлнисаның үҙенә лә көлкө һымаҡ тойолдо, сөнки нисәмә йылдан һуң ул тағы шул бер тәпкенең башына баҫа түгелме? Ире менән йәшәгән саҡтағы кеүек килеп сыҡты...
Эй-й-й, һаман шул бер балыҡ башы икән... Иргә сығыу кәрәкме икән ул, тигән фекер телеп үтте мейеһен. Шунан телевизорға боролдо ла өндәшмәй ултырҙы. Тик түҙмәне.
– Ана күрәһеңме, телевизорҙа нимә бара? Ҡара, ҡара! Сирияны күрһәтәләр, тотош илде ер менән тигеҙләнеләр, балаларҙың күҙҙә­рендә ниндәй ҙур фажиғә, ҡарауы ҡурҡыныс! Бына бында – фажиғә! Ә һин нимә тип эсәһең? Ҡатыны ҡыуып сығарған, имеш! Шул да булдымы трагедия! Типһәң тимер өҙөрлөк ирһең, тормошто үҙеңдең ҡулыңда тоторлоҡ ир түгелһең, тимәк.
– Эсмәйем мин, һиңә килгәс, осрашыу хөрмәтенә генә бер аҙ булды инде...
– Бәлтерәп төшкәнһең бит, элекке Сәғит түгел һин. Үҙеңдең һүҙең дә юҡ һинең! Эскән кешенең һүҙе лә, күҙе лә, йөҙө лә булмай! Һин шул хәлгә төшкәнһең! Эсеңдәге ҡорт һине ашай. Әгәр үҙеңдең көсөң етмәй икән, әйт, урынын табырбыҙ, дауаланырһың.
– Мин ул хәлгә барып етмәгән­мен әле. Тик ҡатыным арҡаһында ғына шулай килеп сыҡты.

Сәғиттең йәшел йылан менән мауыҡҡаны йөҙөнән үк күренеп тора. Әммә һуң түгел, уны дөрөҫ юлға баҫтырырға өмөт бар әле. Тик был эштә Гөлниса үҙен көсһөҙ итеп тойҙо. Ҡайҙа уға ауырлыҡ килгән, шул ерҙә ул һауығырға тейеш, тип уйлап алды. Ҡайтарырға кәрәк уны. Ике һүҙҙең береһендә ҡатынын һөйләй, ғаиләһеҙ ул юҡҡа сығасаҡ. Ике улын да башлы-күҙле итергә кәрәк бит әле...
– Сәғит, ҡайт һин ҡатының янына! Ни булһа ла икәү күтәрерһегеҙ!
– Әгәр индермәһә?
– Индерер, тик эсмә! Айыҡ килеш ҡайт!
– Тимәк, мине ҡыуаһың...
– Ҡыумайым, өйөңә ҡайтырға кәңәш итәм.
Кейенеп тышҡа сыҡтылар. Болотло яҙғы көн, бер ҡараһаң ҡар, бер ҡараһаң ямғыр күҙе төшә. Ҡояш нуры һибелһә, хәҙер генә шауҙырлап ҡар иреп бөтөр кеүек. Әммә иртә әле, март айында аҡман-тоҡман булғанын көт тә тор. Тыштағы саф һауа бөркөлгәс, Гөлниса шундай рәхәтлек татыны. Икеһенең дә аяҡ-ҡулынан бығау төшкәндәй тойолдо. Бер-береңә йөк булыуҙан да ауыр нәмә юҡ... Ни тиһәң дә, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү фарыз.
– Бәхетле булыу өсөн батырлыҡ кәрәк! Аңлайһыңмы, Сәғит, батыр булырға, көслө рухлы булырға кәрәк! Тик һин үҙең генә үҙ-үҙеңде бәхетле итә алаһың! Сәғит, һин был ауырыуҙы еңеп сыға алаһың, тик шуға ынтылырға кәрәк, әлегә һуң түгел. Һин үҙең физик яҡтан көслө, буй-һының да бынамын тигән, әммә эске көсөң юҡ, бирешкәнһең.
– Шул-шул, бирештем...
– Мин һине тыңланым-тың­ланым да, шундай һығымта яһаным: ҡатының һине ҡыуып сығармаған, ул һине аҡылға ултыртып алырға ғына уйлаған. Һин уға кәрәкһең, шуға күрә өйөңә ҡайт, әммә бисәң менән бисә булып ирешеп-талашып торма, ир була бел. Тормошто әҙерәк үҙеңдең ҡулыңа ал, ҡатыныңа ғына һалынма. Ир кеше булараҡ, яуаплылыҡты үҙ өҫтөңә ал, ике улыңды ла башлы-күҙле итәһең бар бит әле! Һин ғаиләңдә генә бәхетле була алаһың, шуны аңла!
– Шулаймы?!
– Эй-й-й, Сәғит, шуны ла аңламайһыңмы ни? Күҙҙәреңдән күреп торам: бер көн эсендә һин ауы­лыңды һағынып та улты­раһың... Бына-бына күҙҙәреңдән йәш түгелер төҫлө!
– Дөрөҫ әйтәһең бит, Гөлниса, әллә һин психологмы?
– Һинең күңелең шундай йомшаҡ, хисле кешеһең.
– Эйе... Мине бер һүҙ менән үлтереп була, бер һүҙ менән терелтеп була, һин шуны беләһең икән, ә!
– Бында ятып түҙә алмаҫһы-ы-ы-ң!
– Эйе шул... Ҡайтайым, улайһа!
– Ҡайт, әлбиттә! Көсөң дә, ҡарыуың да етерлек әле һинең тормош көтөргә. Үҙ туғайыңда аунап, тәгәрәп, бәхетле йәшәргә хаҡлыһың һин. Бәхет теләйем һиңә!


Пролог


Хушлаштылар. Сәғитте ҡайтарып ебәреүен-ебәрҙе лә ул, ҡатыны уны ҡабул итерме? Әллә ҡыуып сығарырмы? Аҙмы ни Сәғит кеүектәр? Аҙмы ни урамда берәҙәк булып йөрөгәндәр? Аҙмы ни урам буйлап бер кемгә лә кәрәкмәй эсеп йөрөгәндәр? Аҙмы ни юҡҡа сыҡҡандар, ғүмерҙәрен фажиғәле тамамлағандар?
Гөлниса йәшлек дуҫының яҙ­мышы өсөн борсолдо. Әле һуң түгел, һуң түгел... Сәғитте дөрөҫ юлға баҫтырып була, күҙендә өмөт сатҡылары һүнмәгән. Ахыр сиккә лә баҫмаған әле. Тик... уға ярҙам ҡулы һуҙырҙай яҡындары табылырмы? Ата-әсәһе күптән мәрхүмдәр. Ҡатын кеше тәкәббер була, эскән ирҙән ҡотолоу юлын ҡараясаҡ. Ирҙе ауылынан, ерҙән айырып бик ҙур хата эшләгән... Шундай саҡта эскән иргә ярҙамға кем ашығыр, кем ярҙам ҡулы һуҙыр? Ике улымы? Тормош тәжрибәһе булмаған йәштәр атайҙарын яҡлармы, әллә әсә һүҙенән сыҡмай, уның яғын ҡайырырмы? Малайҙар һәр ваҡыт әсәйҙе яҡлай инде ул, быныһы көн кеүек асыҡ. Улар үҫеп еткәнсе, атаһының хәлен аңларлыҡ йәшкә еткәнсе, бик күп һыуҙар ағыр... Ә кем ярҙамға килер Сәғиткә?
Сәғиттең яҙмышы – тотош ил яҙмышы. Бер-беребеҙҙең яҙмы­шына битараф булмайыҡ! Юғары трибуналарҙан ғына матур һүҙҙәр һөйләмәйек! Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тиҙәр. Бер-беребеҙҙең яҙмышы өсөн ҡалҡан булып күтәреләйек! Ҡайҙа психологтар, ҡайҙа наркологтар, ҡайҙа юристар, ҡайҙа беҙҙең арҙаҡлы ағинәй­ҙәребеҙ, күренекле шәхестәребеҙ? Бөтһөн битарафлыҡ! Көрәшкә, бер-беребеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн социаль көрәшкә сығайыҡ!

Читайте нас: