Емештәрҙең ҡотороп уңған мәле. Хужабикәләр ҡышҡылыҡҡа тип төрлө ҡайнатмалар әҙерләй. Ҡыҙыл ҡарағаттан бик тәмле желе рецебы тәҡдим итәбеҙ.
Ҡарағат емештәрен матурлап таҙартабыҙ ҙа һыуыҡ һыуҙа йыуып алабыҙ. Емештәргә 1 килограмға 1 килограмм иҫәбенән шәкәр ҡомо ҡушабыҙ. Емештәр һут биреп, шәкәр ирегәнсе ағас ҡалаҡ менән бутайбыҙ.
Артабан шәп утҡа ҡуйып 8 минут ҡайнатып алабыҙ. Көйөп китмәһен өсөн болғатып торабыҙ.
Уттан алып, эҫе еләктәрҙе иләктән яйлап ҡына үткәрәбеҙ һәм алдан әҙерләп ҡуйған стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Тимер ҡапҡас ябып һалҡынса урында һаҡлайбыҙ.
Был ҡайнатма ҡыш көндәрендә бик шәп сәй тәме буласаҡ!