Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2020, 19:30

"Улым" тигәйнем бит... (Һуңлаған үкенес)

Көтөүен ҡыуғас, Ғәлиә апай өйөнә керергә ашыҡманы. Ихата буйындағы эскәмйәгә ултырып, урамға күҙ һалды. Ауыл өҫтө, көтөүҙе оҙатҡас, тынып ҡалған кеүек. Һирәк-һаяҡ ҡына әтәстәр ҡысҡырғаны, быҙауҙар мөңрәгәне, ҡаҙҙар ҡаңғылдағаны ишетелеп ҡала. Ғәлиә апай, уйҙарына бирелеп ултырҙы ла ултырҙы ҡапҡа төбөндә. Төпсөгө иҫенән сыҡманы. Хеҙмәтен тамамларға ярты йыл ғына ҡалып бара.

Көтөүен ҡыуғас, Ғәлиә апай өйөнә керергә ашыҡманы. Ихата буйындағы эскәмйәгә ултырып, урамға күҙ һалды. Ауыл өҫтө, көтөүҙе оҙатҡас, тынып ҡалған кеүек. Һирәк-һаяҡ ҡына әтәстәр ҡысҡырғаны, быҙауҙар мөңрәгәне, ҡаҙҙар ҡаңғылдағаны ишетелеп ҡала. Ғәлиә апай, уйҙарына бирелеп ултырҙы ла ултырҙы ҡапҡа төбөндә. Төпсөгө иҫенән сыҡманы. Хеҙмәтен тамамларға ярты йыл ғына ҡалып бара.



Әрменән килгән хат


Һуңғы арала улын танымай әсә кеше. Әрме хеҙмәтенең тәүге айҙарында әллә ни хаттары менән ҡыуандырмай ине. Бер дәфтәр битенең яртыһына ла етмәй. Иҫәнме-һаумы ла вәссәләм. Ә инде аҙаҡҡы килгән хаттары бигерәк хафаға һалды әсә кешене:


“Әсәй, беҙ ял көндәрендә беҙҙән алыҫ түгел бер балалар йортона йөрөйбөҙ. Унда үкһеҙ етемдәр тәрбиәләнә. Беренсе тапҡыр барып ҡайтҡас, белһәң ине, мин төн буйы йоҡлай алманым. Улар шундай йәл, әсәй. Шундай күңелһеҙҙәр, күҙҙәре шундай етди, һынап ҡарайҙар. Беҙҙең аранан үҙҙәренең яҡындарын, ҡәҙерлеләрен эҙләйҙәр.


Күстәнәс, бүләктәр алғас, йөҙҙәре балҡып киткәндәй булды. Әйберҙәрҙе кескәй генә күкрәктәренә ҡыҫып, оҙаҡ ҡына тын торҙолар. Хор менән рәхмәт әйттеләр. Концертты иғтибарлап ҡаранылар. Әйтерһең дә, залда сабыйҙар түгел, ә оло йәштәге әбей-бабай­ҙар. Уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысы бик аҙға ғына һуҙыла. Беҙҙән тағы ла ниндәйҙер хәбәр көткәндәй, өмөт менән күҙгә бағалар. Эй, ҡыйын булды бер юлы шул ҡәҙәр етем бала күреүе.


Бигерәк тә гел ситтә баҫып торған ҡараҡас ҡына бер малай йәл булды. Ул күҙҙәрен ишектән алмай. Хатта бүләктәргә лә бик иғтибар итмәне. Күкрәгенә ҡыҫҡан да тик тора. Башҡалар бүләктәрҙе ҡарап, бер-береһенә күрһәтеп, сағыштырып мәж кил­гәндә, теге ҡараҡас ығы-зығыға ҡарап торҙо ла бер ситкә барып баҫты. Ә ҡараштары шундай йәл. Ҙур ҡара күҙҙәрендә шундай әрнеү ята, әсәй. Тетрәндем мин уның ҡарашынан. Ә бит уға ни бары дүрт йәш, тинеләр.


Исемен дә белештем. Вәсил икән. Матур бит исеме, миңә бик оҡшаны, әсәй. Уның янына барҙым да алдына сүгәләнем, ҡоса­ғыма алдым. Ул башта тыныс ҡына баҫып торҙо. Ә һуңынан, кинәт кенә бүләктәрен ситкә ҡуйҙы ла муйыныма һарылды һәм илап ебәрҙе. Ҡалтыранып, миңә ныҡ итеп һыйынып, шым ғына иланы ла иланы. Әсәй, мин уны нисек йыуатырға белмәнем. Һүҙҙәр тапманым. Сәстәренән һыйпаным, кескәй генә ҡаҡ арҡаһынан ҡаҡтым. Кинәт Вәсил, башын артҡа ташлап, минең күҙҙәргә ҡараны. Оҙаҡ, һынап ҡараны һәм:


– Ә һин тағы килерһеңме? – тип һораны. Мин уны тағы ла ҡосағыма алдым. Ризалашып, баш ҡаҡтым. Вәсил бүләктәрен алып, йылмайып оҙатып ҡалды…”


Улының хатын ҡат-ҡат уҡып сыҡты Ғәлиә апай. Ятлап бөттө тиерлек. Бигерәк нескә күңелле булып сыҡты бит балаҡайы. Егет ҡорона етеп, әллә ни асылып китеп һөй­ләшмәй торғайны. Әле бына хаттары менән аптырата. Өсәр табаҡ булып килә улары. Бөтә ауыл тормошо менән ҡыҙыҡһына. Күрше-күләнде лә онотмай, һорашып, сәләмдәрен оҙатып ҡына тора. Шул ҡәҙәр ҙә үҙгәртер икән әрме хеҙмәте егетте. Кешелекле, иғтибарлы, йәлләүсе булып киткән балаҡайым.


Ғәлиә апай ауыр ҡуҙғалып урынынан торҙо ла өйөнә йүнәлде, иртәнге сәй ваҡыты ла үтеп киткән уйланып ултырып. Эштәре бихисап. Ул ашығып аш бүлмәһенә инде лә сәйен ҡабыҙып ебәрҙе. Ашығып өҫтәл әҙерләне.


Кинәт кенә күңелен шом баҫты. Улының хаты иҫенән сыҡманы. Бик эҫенеп, үҙенә эйәләштереп ҡуймаһа ярар ине сабыйҙы. Айырылыуы ҡыйын буласаҡ бит, яраланыр бала күңеле, өмөттәре һүнер. Яҙып ебәрергә кәрәк матур ғына итеп аңлатып. Бөтә етемдәрҙе лә йәлләп бөтөп булмай бит инде, тип үҙ-үҙен йыуатырға тырышты. Сәй эсеп ултырғанда ишек шаҡынылар:

– Һаумыһығыҙ, Ғәлиә апай! Төшкә ҡәҙәр түҙмәнем инде, килтереп китергә булдым. Бигерәк ҡалын хат килгән Иршатыңдан. Һөйөндөрәйем тинем, – тип ишектән балҡып хат ташыусы Хәлиҙә килеп инде. Уның ҡулындағы ҡалын хатты күргәс, Ғәлиә апай ҡойолоп төштө. Йөрәген сәнсеп алды.


Үҙе ай-вайына ҡуймай, Хәлиҙәне табынға саҡырҙы. Хат тураһында һүҙ ҡуҙғатмаҫҡа тырышты. Ауыл хәбәрҙәрен һөйләшә-һөйләшә, тәмләп сәй эстеләр.


Хәлиҙә күҙен хаттан алманы:

– Ниҙәр яҙҙы икән улың, Ғәлиә апай? Әйҙә, асайыҡ тиҙерәк, – тип хатҡа үрелде.


– Ҡуй, үҙем яйлап уҡырмын әле. Күҙҙәрем һәйбәт күрә. Ҡайҙа ашығам, көн оҙон, – тип һүҙҙе ситкә борҙо.


– Бәлки, улың кәләш алып ҡайтырға ниәтләйҙер, бик йыш күп итеп яҙа, – тип көлдө Хәлиҙә.


– Ундай хәбәр булһа, иң беренсе һин ишетерһең, – тип Ғәлиә апай ҡыҙыҡайҙы ҡапҡа төбөнә ҡәҙәр оҙата сыҡты. Унда ла юҡ-бар һөйләшеп оҙаҡ ҡына торҙолар.


Ҡыҙ тыҡрыҡҡа кереп юғалғас, Ғәлиә апай тағы хәлһеҙләнеп эскәмйәгә ултырҙы. Йөрөгән егете лә бар, тиҙәр Хәлиҙәнең. Тик үҙе ни өсөндөр гелән Иршатты һораша ла тора. Хаттар менән ҡыҙыҡһына, хатты асып уҡыйыҡ, тип ныҡыша. Ни өсөн балаһының хатын иң беренсе сит кешегә уҡытһын, ти. Һуғыш заманымы ни күмәкләп хат уҡырға? Аллаға шөкөр, яҙыу-һыҙыу таныйым әле, тип күңеленән Хәлиҙәгә үпкә белдереп, Ғәлиә апай өйгә инде. Ашығып хатты асты ла, ниндәйҙер хәбәр көткәндәй, йотлоғоп уҡый башланы.


Башҡа һыймаҫлыҡ уйҙар


“Һаумы, ҡәҙерле әсәкәйем. Йыраҡ Амур йыл­ғаһы буйынан урғып торған сәләмдә­ремде оҙатам һиңә. Нисек кенә йәшәп ята­һың? Ниндәй яңылыҡтар бар? Эх, мин хеҙмәт итеп ҡайтҡас, шундай итеп йәшәп китербеҙ, әсәй. Мин һиңә өр-яңы, матур, ҡурсаҡ өйө кеүек йорт төҙөп бирермен. Яңы мунса һалырбыҙ. Мин һине шундай матур итеп кейендерермен, әсәй. Иң матур күлдәк – һиндә, иң йәмле яулыҡ һинең башта булыр. Туғандарға, яҡындарға, күршеләргә күп сәләм минән. Шул ҡәҙәр һағындырған тыуған яҡтар! Ҡайтҡас, Алла бирһә, тау башына менеп, аяҡтарымды һуҙып, тыуған ауылыма ҡарап ултырыу теләге бар. Сәғәттәр буйы онотолоп, уйҙарға сумып. Теләһәң, икәүләп менербеҙ, әсәй…”


Ғәлиә апай, күңеле тулып, шым ғына илап та алды: “Иҫән-һау ҡайтһын инде ба­ла­ҡайым”. Бигерәк матур уйҙар, изге хыялдар менән йәшәй икән улы. Аҡыл керә шул ба­лаға, донъяны аңлай башлаған. Матур йә­шәгеһе килә уның да. Ана бит, өр-яңы, матур, ҡурсаҡ өйө кеүек йорт һалып бирәм, тигән. Амин, шулай яҙһын, балаҡайым, тине Ғәлиә апай, бер аҙ тынысланып. Хат уҡыуын дауам итте: “Әсәй, беҙ кисә тағы ла балалар йортона барҙыҡ. Вәсил мине ишек төбөндә үк ҡаршы алды. Мин уны күтәреп алдым. Ул шундай итеп миңә һыйынды. Муйынымдан ҡосаҡлап алды ла бышылдап ҡына: “Һин минең атайыммы?” – тип һораны. Мин юғалып ҡалдым, нимә тип яуап бирергә белмәнем. Тик уның эскерһеҙ күҙҙәре миңә туп-тура ҡарап, яуап көтә ине. Баланың өмөтөн өҙәһем килмәне. Беҙ, башҡаларҙан айырылып, бер ситкә китеп, эскәмйәгә барып ултырҙыҡ. Вәсил алдыма менеп ултырҙы ла һораулы ҡарашын тағы ла миңә төбәне. Ул яуап көтә ине – ыңғай яуап. Ул миңә шул ваҡытта шундай яҡын, ҡәҙерле булып китте. Уны күкрәгемә ҡыҫтым да: “Эйе, мин һинең атайың”, – тинем. Уның күҙҙәрендә осҡондар ҡабынып китте. Күҙҙәремдән күҙен алманы. Беҙ ҡосаҡлашып, иланыҡ та иланыҡ. Әсәй, ғәфү ит мине үҙемә шундай яуаплылыҡ алғанға. Мин үҙемде Вәсилдең яҙмышы өсөн яуаплы тоям. Уны бер кемгә лә биргем дә, бында ҡалдырып киткем дә килмәй. Ҡыҫҡаһы, уны үҙем менән ауылға алып ҡайтам.


“Һин минең улым, Вәсил”, – тинем мин уға. Ул шундай һөйөндө, әсәй, шундай һөйөн­дө. Бына балҡып йөрөй инде, күҙҙәре нур сәсә. Минең ҡулымды ысҡындырмай ҙа. Тәрбиәселәр аптыраны хатта. “Нишләттең һин беҙҙең Вәсилде, нимә менән һөйөндөр­ҙөң?” – тиҙәр. Ә беҙ өндәшмәйбеҙ әлегә. Сер итеп һаҡлайбыҙ. Ваҡыты еткәс, аңлатырбыҙ әле.


Әсәй, һиңә бер ҙур үтенесем бар. Риза бул минең Вәсил менән ҡайтыуыма. Ул миңә оҡшаған. Шундай ҡараҡас ҡына теремек малай. Һин әлегә документтар әҙерләй тор. Ауыл Советына барып, мин ебәргән исемлек буйынса. Тик әлегә аңлатмай тор, ниңә кәрәк икәнен. Һинән ыңғай яуап көтәм, әсәй. Мин ышанам һиңә, тик һин генә аңларһың хәлемде. Минән айырылһа, Вәсил үләсәк. Өмөт усағын ныҡ дөрләттем мин. Ныҡ эйәләштем уға, гелән һағынып торам. Уның менән серләшергә яратам. Уны бәхетле иткем килә, әсәй. Донъя бер етемгә булһа ла кәмене. Ундағы бөтә балалар ҙа бәхетле булырға хаҡлы.


Һиңә рәхмәт, әсәй! Атайым бик иртә китһә лә, һин бишебеҙҙе лә матур итеп ҡарап үҫтерҙең. Аслыҡ-яланғаслыҡты тойманыҡ. Беҙ бит һинең ҡосағыңда етемлекте тоймай үҫтек. Һиңә һәйкәл ҡуйыр инем мин, әсәй. Мең рәхмәт һиңә. Беҙ Вәсилде лә үҙебеҙҙеке итеп, яратып, һөйөүгә-наҙға төрөп үҫтерер­беҙ, Алла бирһә. Яуап көтәм, тиҙ арала яуап көтәм”.

Хатты күкрәгенә ҡыҫып, Ғәлиә апай оҙаҡ ултырҙы уйҙарының осона сыға алмайынса. Бына һиңә мә! Кеше улдары әрменән кәләш алып ҡайта, ә уның Иршаты – бала! Башына һыйманы был уй әсәнең. Ауыл тарихында булмаған хәл. Кем менән генә кәңәшләшәйем дә кемгә генә һөйләйем икән был хәлде, тип баш ватты. Әлдә хат ташыусынан уҡытманы. Бөтә ауыл шау-гөр килер ине.


Был хаттан һуң эш ҡайғыһы китте. Кем менәндер һөйләшкеһе, кәңәшләшкеһе, серләшкеһе килде әсәнең. Аяҡтары үҙенән-үҙе урам аша ғына торған йәш килен – Камиләгә атланы. Тыныс, мөләйем ҡатын беренсе көндән үк оҡшаны Ғәлиә апайға. Етем бала, балалар йортонда үҫкән. Бәлә­кәйҙән донъяның әсеһен-сөсөһөн тойған, тиҙәр. Үҙе әллә ни үткәндәрен бик һөйләп бармай. Ире Айназ – колхозда шофер, алдынғылар рәтендә. Иртән китә, кис ҡайта, тигәндәй. Донъя көтөү ошо сибек кенә йәш ҡатын елкәһендә, тик бер тапҡыр ҙа зар­ланғаны юҡ тормошона йәш килендең. Шундай ихлас, бөтә эшен йүгереп йөрөп эшләй. Йөҙөнән йылмайыу китмәй. Ҡәнәғәт бөгөнгө тормошонан. Күршеләр менән дә уртаҡ телде тиҙ тапты, ярҙамсыл. Һөйөнөп бөтә алманы Ғәлиә апай күрше киленгә. Бала ғына булһа ла, матур, аҡыллы кәңәштәр бирә. Сабырлығы йөҙөнә сыҡҡан үҙенең.


Унан башҡа ыңғай кәңәшсе булмаҫ, тип Ғәлиә апай күршеһенә инде. Өйгә шундай тәмле ҡоймаҡ еҫе таралған. Камилә газ плитәһе янында, матур алъяпҡысын быуып, йырлай-йырлай ҡоймаҡ ҡоя ине.


– Әйҙүк, Ғәлиә апай, маҡтап ҡына йөрөй­һөң икән, – тип ихласлап ҡаршы алды уны күршеһе.


– Һине лә маҡтамағас, кемде инде тағы, донъяларың гөл кеүек, балаҡай, – тип һөйләшә-һөйләшә Ғәлиә апай түргә уҙҙы. Камиләнең өҫтәл әҙерләгәндә йүге­реп йөрөүенә ҡарап, һоҡланып ултырҙы. Уның Иршатына ла ошондай шәп кәләш тап булһын ине лә бит. Һүҙҙе ниҙән баш­ларға белмәй ыҙаланды. Хаттың эстәлеген һөйләп биреүҙе урынһыҙ табып, уны Камиләгә тотторҙо:


– Бынау хатты уҡып сыҡ әле, балам. Үҙең генә, шым ғына. Һуңынан фекереңде әйтерһең.

– Әйҙә, башта тәмләп сәй эсеп алайыҡ, Ғәлиә апай. Аҙаҡ икәүләп уҡырбыҙ, – тип хатты алъяпҡыс кеҫәһенә һалды.


Һөйләшә-һөйләшә, тәмләп сәй эсте күршеләр. Аҙаҡ икәүләшеп диванға килеп ултырып, тын ҡалдылар. Камилә хат эсенә йомолдо. Ғәлиә апай уйҙарына уралып, унан күҙҙәрен алманы. Бер болоҡһоп, бер йылмайып китә ине килендең йөҙө. Бер нисә тапҡыр күҙ йәштәрен дә һөртөп алды. Хатты уҡып бөткәс, оҙаҡ итеп йыраҡҡа, тәҙрә аръяғына ҡарап ултырҙы. Уны ла тетрәндерҙе буғай Иршаттың хаты.


Сабый бала


Һүҙҙе әсә башланы:

– Йә, балам! Ни әйтерһең?


– Тиҙ генә яуап биреүе лә ҡыйын, Ғәлиә апай. Ә шулай ҙа Иршаттың тәүәк­кәллеге, киң күңелле булыуы оҡшай миңә. Етемде бәхетле иткем килә, тигән. Бигерәк йылы һүҙҙәр. Үҙемдең баштан үтте бит етемлек, Ғәлиә апай. Ун йәшем дә тулмағайны үкһеҙ етем ҡалғанда. Бигерәк ҡыйын булды миңә күмәк тормошҡа өйрәнеп китеүе. Түбәнһетелеүҙәр, мыҫҡыл ителеүҙәр аша үттем. Ҡайһы ваҡытта йәшәүҙән туя инем. Түҙеп, сыҙап йәшәргә өйрәндем, йөрәгемде усҡа йомарлап.


Камилә бер аҙға тынып ҡалды. Йөҙө тағы ла уйсанланды. Башын аҫҡа эйеп, уйланып киткән күрше апайға ҡарап дауам итте:

– Ҡуй, ваҡытынан алда ҡайғырма әле, апай. Был бит ҡайғы түгел, шатлыҡлы хәбәр, – тип ысҡындырҙы.


– Һуң, балаҡайым, ауыл тарихында бул­маған хәл. Ана, ҡайһы бер егеттәр кәләш етәкләп ҡайта әрменән. Халыҡ уларҙы ла ҡабул итмәй әле. Ә минең Иршатым бала күтәреп ҡайтһын әле…


Бүлмәлә ауыр тынлыҡ урынлашты. Ике ҡатын, һәр ҡайһыһы үҙ уйҙарына бирелеп, оҙаҡ ултырҙы. Беренсе булып тынлыҡты Камилә бүлде:


– Ғәлиә апай, алдан ҡайғырма. Бөтәһе лә һәйбәт булыр. Аҙаҡ үҙең һөйөнөп йөрөрһөң әле, – тип, әсәнең ҡулбашына ҡулын һалып, йыуатырға тырышты.


Хатты күршеһенә һуҙҙы. Ғәлиә апай хатты конверт эсенә һалам тигәндә, эсенән фото килеп төштө. Нисек хатты алғанда абайламаған? Ул ашығып фотоны ҡулына алды ла йылмайып ебәрҙе:


– Бына бит Иршатым фотоһын да ебәргән булған, – тип шатлығын белдерҙе. Фотонан әсәгә бала күтәргән улы ҡарап тора ине…


Ғәлиә апай тиҙ генә йыйынды ла ашы­ғып сығып китте. Уны күршеһенең аңлау­сан йылы ҡарашы оҙатып ҡалды. Өйөнә ҡайтып ингәс, әсә оҙаҡ итеп фотоға текә­леп ултырҙы. Ысынлап та, бәләкәс уның улына, Иршатына оҡшап торасы. Үҙе шун­дай бәләкәс, сабый ғына. Ана, нисек ҡосаҡлап алған улын. Әсә берсә һөйөндө, берсә көйөндө.


Килендәшенә хәбәр итеп, ҡәйнеше менән дә кәңәшләшергә булды: көтөү ҡайтыуға ҡапҡала Рәхмәтулла менән Фәйрүзә күрен­де. Уларға хәлде аңлатып биргәс, йырыҡ ауыҙлы килендәше ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:


– Бына һиңә кәмит, балалы һалдат ҡайта икән ауылға, – тип бот сапты. Шунан иренең уҫал ҡарашын тойоп, ауыҙын яулыҡ сите менән япты ла ҡарашын ситкә борҙо. Һәр ваҡыт ултырышлы, аҡыллы Рәхмәтулла:


– Бик сетерекле хәл килеп сыҡҡан бит, еңгә. Баш етерлек түгел. Уйға ла, төшкә лә кергәне булмаған хәл, – тип фекерен йыраҡтан башланы. – Иршат аҡылһыҙ егет түгел, белеп эш итәлер. Бында ауыҙ йырып, көлөп ултырырға түгел, төптән уйлап, матур кәңәш бирергә кәрәк.


– Мин бала бағыуҙан туймам ул. Биште үҫтерҙем әле ирһеҙ ҙә. Алтынсыһы ла һыйыр минең йөрәккә. Тик бына бик йәш бит әле Иршатым. Өйләнәм, тиһә, балалы егеткә кем килер?


– Уныһына ҡайғырма, еңгә. Аҡыллы ҡыҙҙар бөтмәгән. Эш унда түгел. Насар хәбәр ҙә түгел. Мин, маладис, тип кенә әйтәм Иршатты. Бына үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ әле, кем һалдатҡа былай ғына бала тоттороп ебәрһен. Күпме яҙыу, документ кәрәк буласаҡ. Вәсил бит бесәй балаһы түгел, тере йән, сабый бала. Унда ла, балалар йортонда, тим, балаларҙы тиҙ генә оҙатырға, тип тормайҙарҙыр. Матур итеп хат яҙырмын үҙем. Башта үҙе генә ҡайтһын, һуңынан кәрәк яҙыуҙарҙы йыйып, барып алырбыҙ. Ә малай беҙҙең яҡҡа оҡшап тора, – тип һүҙен тамамланы Рәхмәтулла.


Ғәлиә апай еңел һулап ҡуйҙы. Өҫтәл янында ла һүҙ шул Иршат менән Вәсил тураһында барҙы. Рәхмәтулла, ҡатынына һынаулы ҡараш ташлап:


– Ҡара уны, ауыҙыңдан сыҡмаһын был хәбәр, – тип киҫәтеп ҡуйҙы.


Улының ҡайтыр көнө яҡынлашҡан һайын нығыраҡ тынғыһыҙланды әсә. Бына ишек асылып китер ҙә бала етәкләгән Иршаты ҡайтып керер кеүек ине. Тик улы ваҡытынан алдараҡ үҙе генә ҡайтып керҙе. Былай кәйефе шәп ине шәплеккә, тик һиҙҙе әсә: уның күңеле китек.


Әрменән ҡайтҡан егеттәрҙе ауыл буйлап ҡунаҡҡа йөрөтөү йолаһы һәр яҡта ла барҙыр. Туған-тыумаса, күршеләр буйлап йөрөй торғас, аҙна-ун көн ваҡыт та уҙып киткән. Барған бер ерҙә эске: иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтҡан өсөн, ата-әсәләр өсөн дә, һаулыҡ өсөн дә. Оҙаҡҡа һуҙылды Иршаттың байрамы.


Кистәрен Вәсилдең фотоһын алып ултыра ла өндәшмәҫ булып китә. Нимәләр яҙғандыр уға хатында Рәхмәтулла ағаһы, ә шулай ҙа етдиләнеп ҡайтты әрменән улы. Ауыл Советына барып, документтар хәстәрләп йөрөнө. Хеҙмәт иткән яҡтарына ҡалын-ҡалын хаттар, Вәсилгә посылка ла һалды. Һәр почтаны көтөп ала башланы.


Ауылда ни, әллә ни эш булмағас, ялланып, урман киҫергә сығып китте бригада менән. Айҙар буйы урман эсендә эсеп, ашап ята торғас, һиҙелеп үҙгәрҙе Иршат. Кем арбаһына ултыраһың бит. Ныҡлап эскегә бирелде егет. Үҙе әсәһенә биргән вәғәҙәһен онотманы. Иҫке йорт янында яңы йорт ҡалҡып сыҡты. Ихата-ҡуралар нығытылды. Тик ашарға ултырған һайын, Вәсилде иҫкә төшөрҙө улы:


– Әле нишләп йөрөйҙөр инде? Әсәй, мин бит уны “улым” тип йөрөттөм. Ул миңә ышанды. Мин уның иң яҡын кешеһе, – тип башын өҫтәлгә һалып илауҙан да тартынманы егет. Әсә йөрәге нисек итеп ярҙам итергә белмәй өҙгөләнде.


Аҫҡа тәгәрәгән тормош


Ә улы яйлап эскелек һаҙлығына бата барҙы. Кисен егеттәр менән күмәкләп сығып китәләр ҙә таң алдынан ҡайтып йығылыр бу­лып китте. Үҙ эсенә йомолоп, һөйләш­мәҫкә әйләнде… Бер көн Иршат күҙҙәре янып, енләнеп ҡайтып керҙе. Ҡулында – конверт. Ғүмерҙә булмағанды, ишектән кергәс тә әсәһенә екеренде:


– Бына, уҡы ошо хатты, һөйөн! Вәсил юҡ хәҙер, юҡ, аңлайһыңмы! Ул мине һағы­нып, һарғайып китеп барған. Мәңгелеккә… Мин уны башҡа бер ҡасан да күрмәйә­сәк­мен. Ул бит минең улым ине, миңә ышан­ғай­ны. Һеҙҙең күмәкләп ҡаршы булыуығыҙ арҡа­һын­да юғалттым мин уны. Ҡайтҡас та аҙна эсендә барып алам, тип һүҙ биргәйнем бит… – тип үкереп илап диванға ауҙы. Уның ярһып-ярһып илауына әсә лә ҡушылды:


– Балаҡайым, кем белгән улай килеп сығыр, тип...


Әсә улын нисек итеп йыуатырға белмәй өҙгөләнде.


Ошо көндән башлап тормошо аҫҡа тәгәрәне Иршаттың. Әсәһе менән һөй­ләшмәҫ, өндәшмәҫ булып китте. Бер кис ныҡ иҫереп ҡайтып, беренсе тапҡыр ҡул күтәрҙе. Әсә күңеле улының был ҡылығын бик ауыр кисерҙе. Ҡан баҫымы күтәрелеп, түшәккә ауҙы.


Аҙна үтеүгә, әсәне инсульт менән район дауаханаһына оҙаттылар. “Ашығыс ярҙам” машинаһы янына сығып та ураманы Иршат. Ҡара көйөп, иҙән уртаһында баҫып ҡалды. Район үҙәгендә йәшәгән ҡыҙы янынан китмәне әсәнең, уны аяҡҡа баҫтырырға бөтә көсөн һалды. Тик әсә һаман да улы тураһында уйлап хафаланды:


– Балам, ағайың ни хәлдә икән? Бигерәк эскегә бирелде бит. Барып хәлен белеп килер инең. Уға ла бик ауыр бит инде, аңлайым да бит хәҙер. Ваҡытында ярҙам итә алманым. “Әсәй, әйҙә, икәүләп барып алайыҡ Вәсилде, тип үтенгәйне бит, яҙыуҙар ҙа әҙер ине. Бынау Рәхмәтулланы тыңлап ҡына харап булдым. Йәшһең, өйләнерһең, үҙ балаларың булыр, тине бит. Эй, Аллам, белгән булһам икән былай килеп сығырын, – тип өҙгөләнде әсә йөрәге.


Әсәһенә нимә тип яуап бирергә белмәй ултырҙы ҡыҙы. Эй, белһәң икән, әсәкәйем, Иршат ағайым да юҡ бит инде был донъя­ла, тип эстән әрнеп, илап ултырҙы Мөрши­ҙә. Ағаһының эсеп ятҡанын, ныҡ ауырып, “Ашығыс ярҙам” машинаһы са­ҡыр­тыуҙарын да белә ине ул. Көн аралаш ҡайтып, хәлен белеп йөрөүе тураһында ла, ағаһының хәле бик мөшкөл икәнен дә өндәшмәгәйне. Китеп барыр тип башына ла килтермәне. Уның ҡулында йән бирҙе ағаһы, туҡтауһыҙ һөйләнеп ятты:


– Туғаным, бик йәшәгем килә минең. Ҡотҡарығыҙ мине, зинһар, ҡотҡарығыҙ, әсәйем ғәфү итһен мине. Ҙур хата эшләгән­мен, уға ҡул күтәреп. Эх, әгәр терелеп кит­һәм, башҡа ҡулыма тотмаясаҡмын ул ағыуҙы. Матур итеп йәшәйәсәкмен. Бына тереләйем генә әле, әсәйем алдында теҙләнеп ғәфү үтенәсәкмен. Матур, ҙур итеп мунса һалып бирәсәкмен…


Ағаһының шул ҡәҙәр ипле, матур итеп һөйләшеүенә хайран ҡалып ултырҙы Мөршиҙә. Күңелендә ҙур ышаныс уянғайны. Табиптар нисектер ярҙам итер, тип өмөтләнгәйне.


Йәш тулы сөм-ҡара күҙҙәрен һеңлеһенә төбәп, Иршаттың:

– Вәсилем саҡыра мине, китәм инде, туғаным, китәм, – тип, һеңлеһенең ҡулдарын ҡыҫып, илап ебәреүе, илай-илай күҙҙәрен мәңгелеккә йомоуы оҙаҡ күҙ алдында торҙо Мөршиҙәнең.



Читайте нас: