Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Октябрь 2020, 17:10

Һәммәбеҙ ҙә түләргә тейешбеҙ

1 декабргә тиклем бурысыңды атҡарып ҡуй.

Рәсәй Федерацияһындағы һәр кем, ниндәй матди хәлдә булыуына ҡарамаҫтан, һалым түләргә бурыслы. Был хаҡта һәр кем белә, әммә редакцияға һалымға бәйле һорауҙар ҙа килә, шуға күрә бөгөн ошо хаҡта ентекләберәк яҙырға булдыҡ.


Ниндәй төрҙәре бар?


Рәсәй Һалым кодексының 23-сө статьяһына ярашлы, граждандар һалым түләргә тейеш. Ошо уҡ документтың 45-се статьяһының 1-се пунктында һәммәбеҙҙең был бурысты үҙаллы атҡарырға тейешлеге хаҡында әйтелгән. Бынан тыш, башҡа кешенең дә икенсе кеше өсөн түләү мөмкинлеге бар. Өҫтәүенә былар барыһы ла үҙ ваҡытында атҡа­рылырға тейеш.

Әгәр үрҙә әйтелгәндәр үтәлмәһә, һалым органдары тейешле һалымдарҙы түләттерә ала. Шуға быйыл 1 декабргә тиклем ошо бурысты атҡарырға тейешле икәнлегебеҙҙе оноторға ярамай. Быны йәшәгән урын буйынса һалым инспекцияһына барып белергә мөмкин. Бынан тыш, “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты” йәки “Һалымдарҙы түлә” сервистары ярҙамында онлайн тәртибендә түләргә мөмкин.
Улар Федераль һалым хеҙмәтенең сайтында (nalog.ru) урынлашҡан. Шәхси кабинетҡа теркәү картаһындағы логин һәм пароль ярҙамында инергә мөмкин. Ә уны йәшәү урыны буйынса ғына түгел, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең һәр хеҙмәтендә алырға була. Бының өсөн үҙең менән шәхесте раҫлаусы доку­мент, шәхесте иҫәпкә ҡуйыу буйынса таныҡлыҡтың (ИНН) төп нөсхәһенең йәки күсермәһенең булыуы кәрәк.
Һалым буйынса бурыстар хаҡында Берҙәм дәүләт һәм муниципаль порталында ла (www.gosuslugi.ru) танышырға мөмкин. Бынан тыш, Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәтенең сайтында ла башҡарыу производствоһы буйынса мәғлүмәттәр банкы бар. Унда ла граждандарға ҡарата ҡуҙғатылған башҡарыу производствоһы һәм уны ҡайһы суд приставының башҡарыуы хаҡындағы мәғлүмәтте табырға мөмкин. Түбәндә һалым төрҙәре хаҡында мәғлүмәттәр бирелә.
Һәммәбеҙ түләргә тейешле һалым­дар:

* физик шәхестәрҙең килеме өсөн һалым;

* милек өсөн тотоп ҡалынған аҡса;

* таможня пошлинаһы;

* күсемһеҙ милек өсөн һалым;

* ер өсөн һалым;

* транспорт һалымы;

* физик шәхестәрҙең мөлкәте өсөн һалым һәм башҡалар.
Ҡайһы бер граждандар, мәҫәлән, инвалидтар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хаҡлы ялдағылар һәм башҡалар өлөшләтә йәки тулыһынса һалым түләүҙән азат ителгән.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү­селәр түләргә тейешле һалымдар:

* өҫтәмә хаҡ өсөн һалым;

* предприятиеның килеме өсөн һалым;

* дәүләт пошлинаһы;

* ойошманың мөлкәте өсөн һалым;

* транспорт һалымы;

* ер өсөн һалым;

* реклама өсөн һалым һәм башҡалар.
Әйткәндәй, һәр һалым түләүсе төрлө кимәлдәге сумманы түләй. Ҡайһы бер милекселәрҙең ташламалары йәки үткән йылдар өсөн бурысы теркәлһә, өҫтәүенә торлаҡ йәки ер участкаһының кадастр хаҡы ла бер үк төрлө булмай, автомо­бил­дәр төрлө модификацияла була. Күре­үебеҙсә, варианттар бик күп, шуға күрә һәр осраҡҡа шәхсән ҡараш булыу зарур.


Был хаҡта беләһегеҙме?


Граждандарҙың һалым түләгәндә ташламаларға ла хоҡуғы бар. Мәҫәлән, ергә һалымға. Федераль Һалым хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан­да ергә һалым түләгәндә түбәндәге граждандарҙың ташламаға хоҡуғы бар:

* хаҡлы ялдағылар;

* хеҙмәт ветерандары;

* инвалид баланың ата-әсәһе;

* етем балалар;

* ата-әсәләр (уллыҡҡа алғандар, попечителдәр, опекундар) һәм өс һәм унан күберәк балаһы булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 18 йәшкә тиклемге балалар;

* СССР Геройҙары, Рәсәй Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары;

* I һәм II төркөм инвалидтары;

* бала саҡтан инвалидтар;

* Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары;

* Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүселәр;

* ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнашыу­сылар.
Үрҙә билдәләнгән категорияға ҡараған граждандарҙың ергә һалым түләгәндә түбәндәге ташламаларға хоҡуғы бар:

* шәхси торлаҡ төҙөлгән ер участкаһында 600 квадрат метр майҙанға ҡарата;
* дача, баҡсасылыҡ, йәшелсә үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер участкаһында 400 квадрат метр майҙанға ҡарата;
* гараж биләгән ер участкаһының 18 квадрат метр майҙанға ҡарата.
Шуны билдәләргә кәрәк: был милекселәр, мөлкәте үрҙә әйтелгән лимиттан артмаһа ғына, ташламаға өмөт итә ала.


Быйылдан түләй башланылар


Былтыр һалымдың яңы төрө барлыҡҡа килде. Үҙмәшғүлдәргә ҡағылған йәки “Һөнә­ри килемгә һалым” тип аталған Федераль закон 2019 йылдың 1 ғинуарында илебеҙҙең дүрт төбәгендә – Мәскәү ҡалаһында һәм өлкәһендә, Калуга өлкәһендә һәм Татарстанда – ғәмәлгә ингәйне. Ә быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙең 23 төбәгендә – Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Воронеж, Волгоград, Калуга, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Омск, Ростов, Һамар, Сахалин, Свердловск, Төмән, Силәбе өлкәләре, Красноярск, Пермь крайҙары, Ненецк, Ханты-Манси автономиялы округы – Югра, Ямал-Ненецк автономиялы округтары, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары – биләмәләрендә һөнәри килемгә һалымды түләргә мөмкин. Быйыл 1 июлдән һалым режимын тотош ил буйлап файҙаланып була.
Түбәндәгеләрҙе хәтергә төшөрәйек: үҙмәшғүл граждандар – эш биреүсеһе бул­ма­ған һәм эшселәр йәлеп итмәй килем ал­ған кешеләр. Был йәһәттән сикләүҙәр ҙә бар. Мәҫәлән, күмәртәләп һәм берәмләп сау­ҙа итеү менән шөғөлләнергә, агент ки­лешеүе буйынса эшләргә, файҙалы ҡаҙыл­маларҙы табырға, дарыу, алкоголь кеүек маркировка талап иткән тауарҙарҙы һатырға ярамай. Ҡалған эшмәкәрлек менән шөғөл­ләнергә мөмкин, тик хеҙмәттәрҙе шәхсән күр­һә­тергә һәм тауарҙарҙы үҙегеҙ етеш­те­рергә тейешһегеҙ. Йыллыҡ килем сумма­һы ла 2400000 һумдан артырға тейеш түгел.
Өҫтәүенә “Роспотребнадзор”ға, законға ярашлы, эшмәкәрлек тураһында иҫкәртергә кәрәк булған кеүек, үҙмәшғүл гражданға ла ошо талапты үтәргә тура киләсәк. Мәҫә­лән, эш башларға теләгән маникюр шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлеү үтергә бурыслы, сөнки ошо процедураны үтмәйенсә “Роспотребнадзор”ға мөрәжәғәт итеп булмаясаҡ.
Ә бына лицензия буйынса айырым талаптар юҡ. Тик бына үҙмәшғүл косметологка медицина эшмәкәрлеген алып барыу өсөн был документ кәрәк. Тимәк, эшмәкәрлек тө­рөн лицензияһыҙ атҡарып булмай икән, юлларға тура киләсәк. “Төп эш менән бер юлы үҙмәшғүллек мөмкинме?” тигән һорау­ҙар ҙа бирелә ҡайһы саҡ. Мөмкин. Тик бы­на килем күләме 2,4 миллион һумдан ашһа, башҡа һалым режимын һайлау мотлаҡ.
Үҙмәшғүллектең ыңғай яҡтары:

Һалым түләүсе булараҡ теркәлеүе ҡыйын түгел. 422-се Федераль закондың 5-се статьяһы 2-се пунктына ярашлы, бының өсөн ғариза, уға беркетелгән фотография һәм паспорт күсермәһе талап ителә;
Бар документтар ҙа һалым хеҙмәтенә “Минең һалым” ҡушымтаһы аша ебәрелә. Әгәр граждан “Шәхси кабинет” сервисына теркәлһә, ғаризаны “Минең һалым” ҡушымтаһы аша бирергә мөмкин;
Һалым иҫәпләмәһен формалаштырыу, килем тураһындағы декларацияны тултырыу кәрәкмәй. Үрҙә әйтелгән закондың 14-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы, һалым түләүсе клиенттары менән чек ярҙамында иҫәпләшергә тейеш, йәғни электрон формаға һатып алыусы һәм эшләнгән операция тураһында мәғлүмәттәр индерелә. Ошо чек ҡағыҙ йәки электрон рәүештә һатып алыусыға бирелә һәм уның күсермәһе һалым инспекцияһына ебәрелә;
Граждандар менән иҫәпләшкәндә һалым ставкаһы – дүрт, ә шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар менән иҫәпләшкәндә алты процент тәшкил итә.
Һалым түләүсе Пенсия фондына, Мотлаҡ медицина һәм Социаль страховка фондтарына түләүҙәрҙән азат ителә.


Түбәндәгеләрҙе оноторға ярамай


Һалым режимы 2028 йылға тиклем тип иҫәпләнгән. Әле уның оҙайтыласағы билдәле түгел. Килем күләме лә сикләнгән: 2,4 миллион һум. Сумма ошо лимиттан ашһа, һалым түләүҙең “эшҡыуарлыҡ” режимына күсергә кәрәк буласаҡ. Әгәр граждан был бурысын үҙе атҡармаһа, автоматик рәүештә ошондай режимға күсереләсәк.
Рәсәй Һалым кодексының 129.13-сө статьяһына ярашлы, һалым инспекцияһына эшләнгән иҫәптәр тураһындағы мәғлүмәт­тәрҙе биреүҙең тәртибен йәки ваҡытын боҙған саҡта дөрөҫ һәм ваҡытында түләнмәгән һалым суммаһынан 20 процент күләмендә автоматик рәүештә штраф һалынасаҡ. Әгәр беренсе тапҡыр ошо хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлеп, тағы ярты йыл эсендә мәғлүмәттәрҙе биреүҙең тәртибе йәки ваҡыты боҙолһа, штраф күләме ошо килем күләмендә буласаҡ.
Үҙмәшғүллек тураһындағы закон әле эксперимент рәүешендә ғәмәлгә ашырыла. Был хаҡта 422-се Федераль закондың 1-се статьяһында әйтелә, шуға күрә уға төрлө үҙгәрештәрҙең индерелеүе ихтимал. Тик һалым ставкаларын арттырырға һәм килем күләме 2,4 миллион һумдан кәметелергә тейеш түгел.
Үҙмәшғүлдәргә ҡағылған был һалым эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә лә булышлыҡ итмәйенсә ҡалмаҫ. Тик бер нәмә бар: был һалым төрөнөң ыңғай йәки кире яҡтарын ваҡыт ҡына күрһәтәсәк. Шул саҡта дәүләттең тағы үҙгәреш индерерме-юҡмы икәнлеге асыҡланасаҡ.
Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында хәбәр ителеүенсә, хәҙер үҙмәшғүлдәр “Минең һалымым” мобиль ҡушымтаһы аша үҙ теләге менән иғәнәләрҙе Рәсәй Пенсия фондына түләй ала. Бының өсөн улар ғаризаны ҡушымта аша биреү мөмкинлегенә эйә, йәғни Пенсия фонды бүлексәһенә бармайынса. Ике ысул – бер тапҡыр түләнә торған йәки үҙе теләгән сумманы түләргә мөмкин. Фиксацияланған күләмдән кәм булмаған страховка иғәнәләрен (быйыл ул бер тулы календарь йылы өсөн 32 мең 448 һум тәшкил итә) түләгәндә, ул бер йыл страховка йылына иҫәпкә инәсәк. Рәсәйҙең Пенсия фондында страховкалаусы сифатында теркәлгән көндән алып страховка йылының хаҡ күләме иҫәпләнәсәк. Минималь күләмдән артмаған страховка түләүҙәрен атҡарғанда иһә ошо түләүҙәргә пропорциональ осор стаж булып һаналасаҡ.
Тағы бер яңылыҡ бар: “Минең һалымым” ҡушымтаһын файҙаланыусыларға Рәсәй Пенсия фондындағы үҙенең иҫәбе, стажы һәм страховка түләүҙәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡарау мөмкин буласаҡ. Һөнәри килем һалымын түләүсе булараҡ теркәлгән граждандар һәм шәхси эшҡы­уарҙар мотлаҡ пенсия страховкаһының страховка түләүҙәрен атҡармай. Әммә үҙмәшғүлдәр үҙаллы пенсия стажын һәм пенсия йыйылмаларын туплай ала.
Ошондай махсус режим 10 йыл ғәмәлдә буласаҡ. Башҡортостанда үҙмәшғүлдәр һаны ике тапҡырға артҡан, тип хәбәр итә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Апрелдә Башҡортостанда 10,7 мең үҙмәшғүл теркәлһә, сентябрҙә уларҙың һаны ике тапҡырға – 23 мең тирәһенә артҡан. Республикала үҙмәшғүлдәрҙең һаны төрлө сәбәптәр буйынса күбәйгән. Уларҙың береһе – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының “Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген алып барыу буйынса шарттарҙы яҡшыртыу” проектының һөҙөмтәле тормошҡа ашырылыуы. Шулай итеп, йыл һөҙөмтәләре буйынса һөнәри килемгә һалымды түләүселәр һаны 29,6 меңгә барып етергә тейеш.


Ваҡытында түләнмәһә...


Һалымдарҙы үҙ ваҡытында түләмәгән өсөн яуаплылыҡ саралары ҡаралған. Шулай итеп, был бурыс үтәлмәһә, Рәсәйҙең Һалым кодексының 75-се статьяһына ярашлы, граждан пеня түләргә тейеш. Ә фискаль түләүҙәрҙе атҡармаған өсөн, Рәсәй Һалым кодексының 122-се статьяһына ярашлы, штраф түләттерәләр. Уның күләме – ҡапланмаған сумманың 20 проценты.

Әгәр һалым түләүсе был бурысын белеп тә атҡармаһа, был процент ике тапҡырға арттырыла. Ошо әйтелгән ике талап та бойомға ашмаһа, һалым органы бурыс­лының документтарын судҡа әҙерләй. Әгәр һалым түләттереү тигән ҡарар сығарылһа, эш суд приставтарына тапшырыла. Уларҙың иһә үҙ сиратында бурыслының банктағы иҫәбенә, мөлкәтенә арест һалыуы, сит илгә сығыуын сикләүе ихтимал.


Түләүҙе кисектереп буламы?


Һалым түләүҙәрен кисектереүгә хоҡуҡ ғариза яҙыу тәртибендә тормошҡа ашырыла. Быға – Рәсәй Һалым кодексының 64-се статьяһы нигеҙ. Тик бурысты ҡаплау ваҡыты 12 календарь айҙан артырға тейеш түгел, әммә был сәбәптәрҙең дә документтар менән раҫланыуы зарур. Мәҫәлән, ғә­ҙәт­тән тыш хәл һөҙөмтәһендәге матди зыян, бюджеттан күсерелгән аҡсаны билдәләнгән ваҡытта алмау, бурысты бер сумма менән түләгәндә көрсөктә ҡалыу ихтималлығы, ауыр матди хәл һәм башҡалар. Банк иҫәбе тураһындағы белешмә, килешеүҙәр күсер­мәләре, зыян тураһындағы акт һәм башҡа­лар был хәлгә дәлил буласаҡ. Ошо ҡарарҙы ҡабул итеү йәки баш тартыу тураһындағы ҡарар иһә 30 көн эсендә ҡарала.

Шулай итеп, һәр ғәмәлде үҙ ваҡытында атҡарыу яҡшы. Был һүҙҙәр һалым түләүгә лә ҡағыла.
Читайте нас: