Башҡортостан
+15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Декабрь 2020, 20:19

Аманат көсө

Был тарихты миңә Хәдимә еңгә һөйләне. Ул Магнитогорск ҡалаһында йәшәй. – Исмәғил олатайымдың аманаты ул. Миңә 12 йәштәр самаһында һөйләгәйне. Ихх, баш эшләмәгән: ниңә шунда уҡ яҙып бармаҫҡа?! Әлеге шул балалыҡ инде… Хәҙер күп кенә исемдәр онотолған, факттар хәтерҙән юйылған.

Был тарихты миңә Хәдимә еңгә һөйләне. Ул Магнитогорск ҡалаһында йәшәй.

– Исмәғил олатайымдың аманаты ул. Миңә 12 йәштәр самаһында һөйләгәйне. Ихх, баш эшләмәгән: ниңә шунда уҡ яҙып бармаҫҡа?! Әлеге шул балалыҡ инде… Хәҙер күп кенә исемдәр онотолған, факттар хәтерҙән юйылған. Шулай ҙа бынан 100 йыл элек олатайымдың башынан үткәндәрҙе кешеләргә еткергем килә, – тип башланы ул хикәйәтен. – Бәлки, Австриянан ҡайтҡан аманат – алтын сәғәт тә һаҡланғандыр, уның хужаларының туғандары иҫәндер, ейәндәре йә бүләләре берәй нәмә беләлер. Нисәмә йыл, күпме юлдар үтеп тә, юғалмаған, ватылмаған, хужаһын нисәмә үлемдән һаҡлап алып ҡалған аманат бит ул!


Эттең үлемдән ҡотҡарғаны


Исмәғил Шаһизадин Әбйәлил районының Ишҡол ауылынан була. Яңы ғына донъя көтә башлаған егетте 1914 йылда Беренсе донъя һуғышына алалар. Уны 16 йәшендә генә еңгәһенә өйләндергәндәр икән, Факиһа исемле ҡыҙы тыуып ҡала. Уның менән бергә бер туған ҡусты­һы Абдрахман да фронтҡа оҙатыла.
Исмәғил, һуғыштың бөтә ауыр­лығын елкәһендә татып, оҙон юлдар үтә, бер-ике тапҡыр еңелсә яралана, асыҡҡан, туңған саҡтары йыш булһа ла, баһадир башҡорт егете бирешмәй.
Австрияға барып еткәс, ҡаты яралана. Иҫенә килгәндә, ҡанға батҡан аяғын һәм эргәһендә үле һалдаттарҙы күрә. Башҡа бер кем юҡ. Яра ауыр, шыуышып булмай. Ҡапыл ул яңы ғына яу үткән яланда еҫкәнеп йөрөгән бер этте шәйләй. Бына ул Исмәғил янына яҡынлай, ләкин һалдатҡа теймәй, еҫкәй ҙә ситкә сабып китә. “Эйй, был санитар эт булды шикелле, ниңә пилоткамды булһа ла тешләтеп ебәрмәнем икән”, – тип үкенеп ятҡанда, теге эт ике һалдатты эйәртеп килә!
Госпиталдә врачтар Исмәғилдең аяғынан снаряд ярсығын ала, яра ауыр булһа ла, ваҡытында операция яһап, аяҡты һаҡлап алып ҡа­лалар. Теге санитар эткә рәхмәт уҡый ул. Егет төҙәлеүгә бара, фронтҡа кире китергә әҙерлән­гәндә, яңы яралыларҙы килтерә­ләр. Араларында кемдеңдер ыңғы­рашыу аша доға уҡығанын ишетә һәм башҡортсаға оҡшаған бер-ике һүҙе лә ҡолағына салына. Әлеге һалдат янына йүгереп бара. Ул, ысынлап та, башҡорт егете – Исмәғилдең яҡташы булып сыға.
Баймаҡ яғынан икән. Юлыҡ ауылынан. Исеме онотолған. Таныш­ҡас та, яралы һалдат: ”Һиҙәм, мин әҙәм булалмам инде… Ауылымды ла, туғандарымды ла ҡайтып күрә алмам... Яуҙа күрһәткән батыр­лығың өсөн, тип ошо алтын сәғәт менән бүләкләгәйнеләр. Һин, ҡус­тым, шуны ғаиләмә алып ҡайтып тапшыр инде. Минән аманат булыр”, – тип үтенә. Исмәғил үҙенең иҫән-һау ҡайтырына ышанмаһа ла, сәғәтте алып ҡайтып еткерергә һүҙ бирә. Һалдат тоғоноң бер мөйө­шөнә бик оҫта итеп төйнәп ҡуя ла, бисмиллаһын әйтеп, тоғоноң бауҙа­рын рәтләп, арҡаһына кейеп ала.
Тағы фронт. Һуғыш-ҡырылыш да­уам итә. Дошман һөжүме туҡ­тамай. Окопта ятҡан ас һәм ябыҡ һалдаттар өҫтөнә бер туҡтауһыҙ снарядтар яуа. Пулялар һыҙғыра, пулеметтар тыҡылдай. Бына Исмәғилдең янында ғына снаряд төшөп ярыла. Көслө шартлауҙан ҡолағы тоноп, башын ҡалҡытһа, ни күрһен: эргәһендә ятҡан юл тоғоноң яртыһы юҡ. Снаряд уның өҫтөнә төшкән! Егет тиҙ генә тоҡ киҫәген алып һәрмәп ҡарай – мөйөшөнә төйөп бәйләнгән аманат сәғәт иҫән!


Әсирлектән ҡасҡан мәл


Ер йөҙөндәге илдәрҙең ярты­һынан ашыуы ҡатнашҡан, Бөтә донъя картаһын үҙгәрткән был һуғыш аҙағына яҡынлашҡан мәлдә Исмәғил, Абдрахман һәм башҡа һалдаттар әсирлеккә эләгә. Әсирҙәр күп, һуғыштан миктәгән Австрия уларҙы ашата алмай. Байҙарға таратып бирәләр. Бюргерҙа тормош ауыр булмай егәрле егеткә: мал ҡарай, көтөү көтә, фермерҙың улы, ҡыҙы менән башҡа хужалыҡ эштәрен башҡара, бергәләп бесән сабалар. Йорт янынан аҡҡан йылғаға ҙур тимер һауыт менән һөт ҡуялар (көн дә айыртмаҫ өсөнмө, әллә ҡош-ҡортҡа ойотоп бирер өсөнмө), өҫтөнә ҡаймағы сығып ҡатып китә хатта.
Исмәғил шул һөттө эсергә әүәҫләнеп ала: һоҫоп алып эсһәң, урыны беленә, шуға ул ҡурайға оҡшаш үләндән көпшә эшләп алып, шуның менән көн һайын ҡуйы һөттө һурып ҡына эсеп йөрөй. Ябыҡ, йонсоу һалдаттан көслө, таҙа ир-егеткә әйләнеп, матурайып, хатта һимереп китә. Немецса һөйләшергә лә өйрәнеп ала, ләкин бюргерҙа оҙаҡ йәшәй алмай, бер йыл тирәһе ваҡыт үткәс, әсирҙәргә ҡайтырға ҡушыла.
Ҡустыһы Абдрахман Тыуған илгә ҡайтырға теләмәй, Болгарияла ҡала, “Ғәйшә ҡыҙымды ҡарағыҙ” тигән сәләмен генә ебәрә. Әлеге һалдат тоғо, тоҡ мөйөшөндәге алтын сәғәт менән тағы оҙон юлға сыға Исмәғил. Әсирҙәрҙе Истан­булға килтереп тултыралар. Рәсәй пароходына ултырыр алдынан Исмәғил янына бер боцман килә: “Һин көслө егет күренәһең, ҡайҙан булһа ла берәй мискә таҙа һыу табып килтер, юлда кәрәк буласаҡ”, – ти. Исмәғил ҙур феләк менән һыу килтергәс, баяғы боцман феләкте трюмға йәшереп ҡуя. Тыңҡыслап тултырылған әсирҙәр юлда ашау һәм эсәр һыу етмәүҙән үлә башлай. Диңгеҙ һыуы эскәндәрҙә дизентерия башлана, ҡоҫоп ауырыйҙар, үлгәндәрҙе борт аша ташлай баралар… Исмәғил менән боцманды таҙа һыуҙары ҡотҡара. Арҡала тоғо, уның ике мөйөшө шул тиклем ыҡсым, оҫта төйнәлгән, эсендә сәғәт ятыуы бер нисек тә шик тыуҙырмай, юҡһа уны күптән йә урлап, йә талап алырҙар ине …
Һәм бына Одесса. Уларҙы Врангель һәм офицерҙар ҡаршы ала. “Аҡ һалдат итеп алалар”, – тип бышылдаған тауышҡа әйләнеп ҡараһа, ауылдашы Ибраһимды танып ала. Ҡыуаныстан егеттәрҙең күҙенә йәш тула. Уларҙы сым менән уратып алынған урынға килтереп: “Кейем һәм ҡоралды иртәгә аласаҡһығыҙ, хәҙер ял итегеҙ”, – тип, һаҡсылар ҡуялар.

Һуғыштан, алдағы билдәһеҙ­лектән арыған ауылдаштар төндә ҡасырға була. Уларға тағы ике башҡорт егете лә эйәрә. Был болғанышта күп кеше араһынан юҡҡа сығыу ауыр булмай уларға. Тәүге көндә ҡаланың йәһүдтәр йәшәгән яғында ташландыҡ өйҙәрҙең, һарайҙарҙың ҡыйығы аҫтында ҡасып яталар. Төнөн көнсығышҡа ҡарап юлға сығалар. Төнгө юлды йондоҙҙарға ҡарап билдәләйҙәр. Көндөҙ урман эсенә йәшенәләр, төнөн атлайҙар. Нимә табалар, шуны ашайҙар: төрлө үлән, ҡош-ҡорт… Хохол йә урыҫ ауылдарында туҡтарға ҡурҡалар, далала ниндәйҙер ҡырғыҙ йәйләүенә килеп сығалар. Бер аҙ хәл алыр өсөн, тамаҡ хаҡына көтөү көтөргә ялланалар. Бер нисә аҙна үткәс, теге йәш егеттәрҙең береһе: “Быларҙың аттарын менеп ҡаса­йыҡ”, – тип тәҡдим итә, башҡалар риза булмағас, үҙе ҡасып китә. Ҡырғыҙҙар уны ҡыуа сыҡмай, эҙ­ләмәйҙәр ҙә. “Бүреләрҙең ауыҙына үҙе теләп барып инде”, – тип ҡул ғына һелтәйҙәр. Ысынлап та, бер ай тирәһе уҙғас, көтөүҙәре менән улар баяғы егеттең һәм атының мәйеттәренең ҡалдыҡ-боҫтоғона килеп юлығалар. Күпмелер ваҡыт үткәс, ҡырғыҙҙарға хәлде аңлатып, Башҡортостанға ҡайтып барыу­ҙарын әйтеп, Исмәғилдәр Уралға ҡарап тағы юлға сыға.


“Ҡара урмандарҙы үттем…”


Һарытау тирәһенә яҡынлаш­ҡанда асығып-арып йонсоуҙары өҫтөнә, ниндәйҙер ауырыу ябырыла. Бер ҡаҙаҡ йәйләүенә килеп сығалар. Тик әҙәм заты күренмәй. Тирә-яҡ тулы мал һәм бер ҡаҙаҡ ҡатыны ғына йөрөй, уның 3-4 балаһы бар. “Нисек килеп йығылғанды томан аша ғына хәтерләйем, иҫте юғалтҡанмын, – ти торғайны олатайым. – Ҡаҙаҡ ҡатыны, бер йылҡыһын һуйып, ҡоротло һурпа, ҡымыҙ, үлән сәйҙәре менән Ибраһим менән мине дауалап, аяҡҡа баҫтырҙы.
Өсөнсөбөҙ шул сирҙән мандый алманы, вафат булды. Телдәр оҡшаш булғас, бер-беребеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ, һөйләп бирҙек баштан үткәнде. Ул беҙҙең ҡалыуыбыҙҙы һораны. Бурыслы булып ҡалғыбыҙ килмәне уға, риза булдыҡ. Һуғыштан ҡасып йөрөйбөҙ бит инде, илдә әллә нимә көтәлер беҙҙе, ҡулға алыуҙары, төрмәгә тығып ҡуйыуҙары ла бар.
Ибраһим шул тирәләге икенсе бер ҡаҙаҡтарға барып ялланды, мин әлеге ҡатын йәйләүендә ҡалдым. Дөйөм алғанда, ике йыл тирәһе йәшәп ташланыҡ беҙ ҡаҙаҡ далаһында. Көтөүен дә көттөк, тирмәһен дә йүнәттек. Малдарын ҡыш сығарҙыҡ, ҡыш яғырлыҡ тиҙәк әҙерләй торғайныҡ. Ә теге юл тоғом имен-аман тирмә ишеге башында элеүле торған бит. Уны онотоп та ебәргәнмен икән. Беҙ Ибраһим менән ҡайтырға булғас, ҡаҙаҡтар беҙгә икебеҙгә лә ат биреп, юлға аҙыҡ тейәп, оҙатып ҡалды.
Ибраһим йүнәлеп бөтмәгән булдымы, яңы сир йоҡторҙомо, уға тыуған яҡҡа ҡайтып етергә насип булманы. Хәле насарайғас, Яйыҡ буйына килеп туҡтаныҡ. Бер атты һуйып, үҙемсә дауалап ҡараным, минең әмәлдәрем уға ярҙам итмәне.
Ауылдашымды Яйыҡ ярында ерләп киттем. Инде Һаҡмарға яҡынлағанды ла тойомлай башланым. Урмандар башланды. Ҡасан ғына барып сығам инде яланыма?! Йылайыр тирәһендә мине урман ҡырҡып йөрөгән кешеләр туҡтатты. Мине ҡаҙаҡҡа һанап, таларға уйланылар шикелле: эйәрҙән һөйрәп төшөрөп, атымды тартып алдылар, тоғомдоң ауыҙын сисеп, эсендәге әйберҙәрҙе ергә һибеп ебәрҙеләр. “Теймәгеҙ миңә, мин дә һеҙҙең кеүек башҡорт”, – тип әйтеп ҡарайым. Ҡайҙа ул, ике йыл ҡаҙаҡтар менән йәшәү телде үҙгәрткән, ышандыра алманым. Ярай, туҡмаманылар, башыма тоғомдо кейҙереп китеп барҙылар. Мин ултырам хайран ҡалып – тағы тоҡ һәм мөйөшөнә төйнәлгән алтын сәғәт иҫән ҡалды! Нимә был? Аманаттың бер тылсым көсөмө?
Юлымды йәйәү дауам иттем. Бара биргәс, Атаусағыл күренде, шуға төбәп атлайым хәҙер. Ҡара урмандарҙы ла үттем. Күптәр урман ярата, миңә ҡалһа, яланымдан да матурыраҡ, ғәзизерәк ер юҡ! Бына улар! Килеп етеп киләм. Дүртәү ҡасҡайныҡ, бер үҙемә генә яҙҙымы икән ҡайтып йығылыу тыуған илдәргә…1921 йылда!
– Һаумыһығыҙ, яландарым!

Ерҙә тәгәрәп йөрөп иланым… Ана бит Атаусағыл! Бына Ишҡо­лом! Нисек ҡайтып ингәнемде һөй­ләй алмайым. Ҡыуанысым алҡым­дан алып, иҫемде юғалтҡан­мындыр, моғайын, бер нәмә лә хәтерләмәйем. Артыҡ шатланыу ҙа килешмәй кешегә ҡайһы берҙә.
Өс-дүрт көн үтеп, иҫем теүәл­ләнеп, хәл инеп, баш-күҙ алғас, әлеге аманат иҫкә төштө. Ҡатынға, ике ҡустыма – Ғәлимйән менән Фәтхетдингә, туғандарға был алтын сәғәттең тарихын, минең менән нисәмә мең саҡрым юл үтеп ҡайтып еткәнен һөйләп бирҙем. Ах иттеләр, хайран булдылар. Мин тағы юлға әҙерләндем…”
Барып таба Исмәғил олатай Юлыҡ ауылын. Теге һалдаттың ғаиләһенә аманатты алып барып тапшыра. Бөгөнгө Баймаҡ райо­нының Юлыҡ ауылы кешеләренең берәйһе булһа ла был тарих һәм аманат сәғәт тураһында беләме икән? Бәйләнешкә инергә теләү­селәр булһа, Шаһизадин Исмә­ғилдең ейәнсәре Хәдимә Фирғәт ҡыҙы Килсенбаеваның телефоны (ватсап) – 8 906 853 68 41.

Читайте нас в