“Бынан бик күп йылдар элек төҙөлөштә эшләгән ирем етенсе ҡаттан ҡолап, яҡты донъя менән хушлашты. Мин башланғыс класта уҡыған игеҙәктәрем – улым һәм ҡыҙым менән ҡалдым.
Яңғыҙыма балалар менән еңелдән булманы. Ҡала ерендә бит фатирға түләргә, үҫеп барған балаларҙы кейендерергә кәрәк, картуфын, итен, һөтөн - барыһын да һатып алаһың, етмәһә, мәктәп тә арыу уҡ аҡсаны һура. Өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп, күңел яралары бер аҙ төҙәлгәс, бер кеше менән яҙмышымды бәйләнем. Ҡатынынан айырылған был ир балаларға ҡаты күңелле, етмәһә, бик һаран кеше булып сыҡты. Кейәүгә сығыуын сыҡҡас, йәшәргә кәрәк тип, ике йылға яҡын түҙеп маташтым. Улыма ҡул күтәрә башлағас, ағайҙарыма әйтеп, башҡа килмәҫлек итеп ҡыуып сығарҙым. Һәм үҙемә һүҙ бирҙем: балаларым аяҡҡа баҫмайынса, тупһамды бер ир ҙә аша атлап инмәйәсәк!
Шулай йылдар үтте. Балаларым үҫеп, һөнәр алып, ғаилә ҡорҙо. Арыу ғына урында эшләп йөрөйҙәр, тормоштары көйлө, ейән һәм ейәнсәр менән һөйөндөрҙөләр.
Бер мәл күршемә йомош менән инһәм, бер ир сәй эсеп ултыра. “Ике туған ҡустым” тип таныштырҙы. Ҡураныс кәүҙәле, һирәк-һаяҡ тешле, ҡырынмаған, йүнле кейенмәгән был әҙәмгә артыҡ әһәмиәт бирмәнем, дөрөҫөрәге, ҡараманым да, йомошомдо йомошлап, сығып киттем. Ә теге миңә иғтибар иткән булған икән.
Күрше апай инеп, маҡтапмы маҡтай! “Ауылда йәшәй, ҡатыны менән айырылышҡан, шул тиклем эшкә оҫта, уны тота алған ҡатын булһа, бына тигән кеше ул!” – тип асарбаҡ хәлендәге ҡустыһын миңә димләй башланы. Бер аҙ үпкәләүемде күргәс кенә туҡтаны.
Икенсе юлы теге ир үҙе килеп инде: ҡырынған, йыуынған, ҡәҙимге кейенгән. Ингән кешене ҡыуып сығарып булмай, сәй ҡуйҙым. Китапханасы икәнемде белгәс, китаптар, яҙыусылар тураһында һөйләшеп алып китте. Шул тиклем күп белеүе, әҙәби әҫәрҙәрҙе яратыуы хайран итте! Заманында педучилищела ла уҡыған, тик тамамлай алмаған икән.
Шулай итеп, йыш ҡына килә башланы, һәм беҙ бер-беребеҙгә өйрәндек тә киттек. Дөрөҫөн әйткәндә, яңғыҙлыҡтан да арыған инем. Мансур ысынлап та матур күңелле, оҫта ҡуллы кеше булып сыҡты. Ауылда ата-әсәһенән ҡалған йортта күрше-тирәләге яңғыҙаҡ ирҙәр менән эсеп ятҡан ирҙе бер йылдан танырлыҡ та түгел ине. Тулыһынса яныма күсеп килеп, эшкә урынлашты, кейем-һалым алдыҡ, теш ҡуйҙыртты. Ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе күргән ир төҫө сығып, матурланып китте, эсеүен дә кәметте.
Ял көндәрендә ауылға барып, өйөн тәртипкә килтереп алдыҡ. Мансурҙағы үҙгәреште күреп, күрше-тирәһе аптыраны, кемдер маҡтаны, кемдер “ҡасанға тиклем түҙерһең икән?” тип мыҫҡыл итте.
Иренең ҡала ҡатынына өйләнеп, эшкә урынлашып, аҡса эшләй башлауын ишетеү менән ҡатыны килеп етте. Баҡтиһәң, бығаса балаларына ярҙам итмәгән, атай-әсәйенән мираҫҡа ҡалған йортта уларҙың да өлөшө бар икән... Ғөмүмән, был ҡатын шылтыратып та, ватсаптан яҙып та тормошобоҙҙо бутарға, арабыҙға инергә маташа. Элек аталары эсеп ятҡанда килеп тә урамаған балалары ла йышайҙы. Ярай, уларына һүҙем юҡ, атайҙары бит, әйҙә аралашһындар. Тик бына элекке ҡатынынан нисек ҡотолорға икән? Етмәһә, рәсми рәүештә айырылышмаған булып сыҡтылар. “Ярай, бар ғаиләңә кит!” - тип ҡыуып сығарғым да килмәй, ныҡ өйрәндем үҙенә. Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ миңә?”
(Баймаҡ районынан Рәзилә исемле ҡатын һөйләгән хәл).