Белорет районының Мәхмүт урта белем биреү мәктәбе директоры Сәлим Нурмөхәмәт улы Асҡаровты ауылдаштары, райондаштары әүҙем, ихлас, тырыш етәксе итеп белә. Ул гармунда, баянда, ҡумыҙҙа уйнай. Һигеҙ бала атаһы. 1989-1991 йылдарҙа Әстрхан өлкәһендә хәрби хеҙмәт юлын үткән. Тормош девизы: "Бер-береңә ярҙам итеп йәшәргә!"
Ул 1988 йылда Белорет педагогия училищеһын тамамлағас, тыуған ауылына ҡайтып, мәктәптә уҡыта башлай. Ғәҙәттә, уҡыу йортон тамамлағандарҙы уҡып бөтөр-бөтмәҫтән армияға алып китәләр. Тик Сәлим Асҡаровҡа саҡырыу килмәй ҙә килмәй. ”Ярай, көҙгө саҡырылышҡа саҡырырҙар”, – тип үҙен тынысландыра. Әммә көҙөн дә ләм-мим. Аптырағас, үҙе армияға алыуҙарын һорап, район хәрби комиссариатына бара. Унда: “Бер йыл эшләп тор ҙа, яҙ тағы ла саҡырырҙар”, – тип ҡайтаралар. Яҙ ул тағы ла хәрби хеҙмәткә алыуҙарын һорап бара, был юлы хәрби комиссарҙың үҙенә инә. Ул: “Һеҙ һаулығығыҙ буйынса үтмәйһегеҙ, бар, эшләгеҙ. Һеҙҙән башҡа ла хеҙмәт итеүселәр күп”, – тип сығара.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, ул саҡта армияла хеҙмәт итмәгән ир-егеттәрҙең абруйы булмай, хеҙмәт итмәү оят һынала. Шуға ла Сәлим Асҡаров үҙе теләп китергә ғариза яҙып, комиссия үтеп, ҡайтып китә. Ниһәйәт, уны 1989 йылдың 26 июненә саҡыралар.
Ул саҡта колхоздың автобусы булмай, уны Тирлән ауылына тиклем “Беларусь” тракторында оҙатып баралар (20 саҡрым ара), һуңынан автобусҡа күсеп ултыралар. “Ул саҡта ауылда иң шәп техника трактор ине”, – тип йылмайып иҫкә ала ул.
Егетте Өфөләге Башҡортостандың хәрби комиссариатынан да медицина комиссияһы “комиссовать” итергә уйлай. “Беҙҙең нәҫелдә бөтәһе лә хеҙмәт итә!” тип ныҡышып, үҙенекен һүҙ итеп, армияға китә.
Сәлим Асҡаров һуңғы саҡырылыш булған төҙөлөш ғәскәрҙәренә эләгә. Әстрхан өлкәһенең Капустин Яр-3 ҡалаһында инструктор булып хеҙмәт итә.
– Унда селтәрле битлек кейеп йөрөйҙәр, себен-серәкәй һәм ләпәкәй көслө ине. Хәрби часта төҙөлөш өсөн төрлө һөнәрҙәргә уҡыталар. Педагогия училищеһын тамамлаған бер мин генә, ҡалғандарҙың ундай белеме юҡ. Шуға ла мине Ленин бүлмәһенә алдылар, дежурный итеп ҡуялар ине. Училищела уставты яҡшы уҡыттылар, шуға ла ул белемдең дә хәрби хеҙмәттә ярҙамы тейҙе. Бер йылдан сержант званиеһы бирҙеләр, – тип ул йылдарҙы иҫкә ала әңгәмәсем.
Сәлим Асҡаров спортта ла һынатмай, өс төр бәйгелә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Уға Мәскәү өлкәһенең Плавск ҡалаһында үткән ярышта хәрби часть намыҫын яҡлау бәхете тейә. Ярышта Советтар Союзынан 12 уҡыу часы ҡатнаша. Һалдаттар ҡаршылыҡтар һыҙаты, граната һәм автомат ҡулланыу буйынса ярыша.
– Минең күҙ ҡыҫыҡ бит инде. “Был мишенде түгел, автоматтың сәбен дә күрмәй бит инде”, – тип минән көлгән булалар. Аттым, бер заман теге егеттәр миңә табан йүгереп тигәндәй килә. Аптырап киттем, нимә булды икән тип. “Һин ҡайҙан? Айыу аулаусымы?” – тип һорайҙар. “Эйе”, – тигән булам. “Афарин, төҙ аттың!” – тип маҡтап киттеләр. Аҙаҡ бөтәһен дә сафҡа теҙеп ҡуйҙылар, мин беренсе урын алдым. Хәрби хеҙмәт ваҡытында саҡырылыш егеттәрен хәрби комиссариаттарға барып ”һатып алыу” буйынса ла бурыс йөкмәтәләр ине. Армия тураһында йылы хәтирәләр ҡалған. Белорет районының төпкөл ауылында үҫкән егет арбуз нисек үҫкәнен ҡайҙан белһен инде. Әстрханда арбуз нисек үҫкәнен күреп, иҫебеҙ китте. Беҙҙе арбуз йыйырға йөрөттөләр, уны көн дә ашаталар ине.
Армия тәртибе, режимы тормошта ла һәр саҡ ярҙам итә. Унда беҙгә крандан һыу эсергә ҡушмайҙар, ә бит түҙгеһеҙ эҫе, ныҡ һыу эске килә. Кемдәр был тыйыуҙы үтәмәйсә һыу эсә, шунда уҡ дизентерия менән ауырып китә ине. Беҙ ауыл балалары булғас, бирешмәнек. Хәрби хеҙмәттә яҡшы дуҫтар таптым, улар менән әле лә бәйләнеш тотабыҙ, – тип һалдат бутҡаһы ашаған йылдарын һағынып иҫкә ала сержант Сәлим Асҡаров.
Егет 1991 йылда армиянан ҡайтҡас, тыуған ауылында музыка, физкультура дерестәренән уҡытыуын дауам итә. Район мәғариф бүлеге уны Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтына ебәреп, 1992 – 1993 йылдарҙа музыка уҡытыусыһына уҡыта. Шулай уҡ 1996 – 2001 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетын ситтән тороп тамамлай.
Мәктәп эшенән тыш йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡайнап йәшәй ул. 1996 йылда “Урал бөркөтө” конкурсында икенсе урын яулай. 1999 йылда Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурста ҡумыҙҙа уйнап, дипломат була. 1996 йылда район уҡытыусылар конкурсында Гран-при яулай.
– Конкурста еңгән өсөн япон видеомагнитофонын бүләк иттеләр. Ҙур бүләк булды, эштә лә файҙаһы күп тейҙе, – ти Сәлим Асҡаров.
Бөгөн дә Сәлим Нурмөхәмәт улы әүҙем тормош алып бара. “Ҡурай даны” республика телевизион конкурсында Гөлнур менән Сәлим Асҡаровтар “Миһырбанлы ғаилә” номинацияһында еңеүгә өлгәште. Ауыл тормошон да уларһыҙ күҙ алдына килтереп булмай, барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар һәм ойоштороуға тос өлөш индерәләр. Киләсәктә лә ошондай дәрт-дарманлы булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Фото: Сәлим Асҡаровтың ғаилә архивынан.