Һаулыҡ һаҡлау – тормошобоҙҙағы иң кәрәкле һәм иң яуаплы өлкәләрҙең береһе. Аҡ халатлыларҙан тыш йәшәйешебеҙҙе күҙаллауы ла ауыр, сөнки улар – сәләмәтлегебеҙ һағында, хәҙерге ҡатмарлы осорҙа бигерәк тә уларҙың ярҙамына, ҡурсалауына мохтажбыҙ.
Һыҙланһаҡ, берәй еребеҙ ауыртһа, дауаханаға йүгерәбеҙ. Тап медицина хеҙмәткәрҙәре ауыр минуттарҙа ярҙамға килә һәм беҙҙе, яҡындарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтыра, иртәгәһе көнгә өмөт уята.
Һаулыҡ һаҡлауҙың һәр тармағы ла ауыр, ҡатмарлы. Мәҫәлән, травматология – медицинаның иң боронғо йүнәлеше. Тап ошо тармаҡ табиптары төрлө имгәнеү-йәрәхәтләнеүҙәрҙе дауалау менән шөғөлләнә. Шуға стресҡа ҡаршы тора алған, түҙемле, көслө рухлы кешеләр генә бында эшләй ала. Мәләүез үҙәк район дауаханаһы травматология бүлегенең беренсе категориялы табибы, травматолог-ортопед Ришат Юлбарисов – тап шундайҙарҙың береһе. Ул – сығышы менән Көйөргәҙе районының Мораптал ауылынан. Ришат Рәжәп улы бәләкәйҙән табип булырға хыялланған. Был аңлашыла ла, сөнки уның ата-әсәһе ғүмере буйы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләй.
– Бала сағым Мораптал участка дауаханаһы биләмәһендә үтте. Атайым баш табип йөгөн тартһа, әсәйем шәфҡәт туташы булды. Улар өйгә ҡайтһа ла, пациенттары хаҡында ғына һөйләшә ине. Бәлки, шуғалыр ҙа мин табип булырға теләгәнмендер, – ти Ришат Юлбарисов.
Әйткәндәй, уның атаһы Рәжәп Рамаҙан улы – СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Салауат Юлаев ордены кавалеры һәм Көйөргәҙе районының почетлы гражданы.
Ришат Юлбарисов урау юлдар аша ғына медицинаға эләгә. Ул мәктәпте тамамлағандан һуң Башҡортостан дәүләт медицина институтына уҡырға инә алмай.
– Рус теленән диктантты насарыраҡ яҙҙым, – тип көлә хәҙер ир-уҙаман. Әммә егет бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй, Тыуған ил алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәргә әрмегә китә. Тымыҡ океан флотында өс йыл хеҙмәт итә Ришат Юлбарисов. Унан ҡайтҡас, эшселәр факультетында белем алып, Башҡортостан дәүләт медицина институты студенты булып китә һәм алты йыл белем ала. Интернатураны ошо уҡ уҡыу йортоноң хирургия кафедраһында үтә. Тап бында Ришат Рәжәп улы травматология менән яҡындан таныша һәм артабан ғүмерен медицинаның ошо өлкәһе менән бәйләргә була. Аҙаҡ атаһының кәңәшен тотоп, Мәләүез үҙәк район дауаханаһына эшкә урынлаша. Хәҙер травматология бүлегендә эшләүенә – 24 йыл.
Травматолог, хирург кеүек – бик яуаплы һөнәр, сөнки тап уға кеше үҙенең һаулығын, ҡайһы саҡта хатта ғүмерен ышанып тапшыра. Ә табиптың дөрөҫ дауалауына бик күп нәмә бәйле: йәрәхәттең нисек йүнәлеүе, аяҡ-ҡулдың тиҙ төҙәлеүе һәм башҡалар. Ришат Юлбарисов үҙ һөнәрен, ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, бик ярата, унһыҙ тормошоноң бер көнөн дә күҙ алдына килтермәй, һәр эште еренә еткереп, бар күңелен һалып башҡара. “Пациенттарыма ярҙам итеүҙән ҡәнәғәтлек тойғоһо алам”, – ти ул.
Бөгөн Ришат Юлбарисов – Мәләүез районы һәм ҡалаһында билдәле табип. Уны бик күптәр белә һәм ихтирам итә. Үҙ коллективында ла Ришат Рәжәп улы абруй ҡаҙанған. Травматология бүлеге – уның икенсе “йорто”. Табип бөтә ваҡытын тиерлек тап ошонда уҙғара. Пациенттарын ул яҡшы белә: кем, ҡасан дауаханаға эләккән, ниндәй ауырыу менән сирләй һәм башҡалар...
– Беҙгә мөрәжәғәт итеүселәр бигерәк тә ҡыш күп. Урамда тайып йығылып, йә аяғын, йә ҡулын һындыралар. Аҙнаһына уртаса алғанда һигеҙ операция эшләйбеҙ, – ти Ришат Юлбарисов.
Өҫтәүенә, әлеге пандемия осоронда аҡ халатлыларға айырыуса ауырға тура килә. Ришат Рәжәп улы, төп хеҙмәтенән тыш, йәмәғәт эштәре менән дә шөғөлләнергә өлгөрә. Ул – Мәләүез районының Айырым хәүеф подразделениеһы ветерандары ойошмаһы рәйесе.
Ватанды һаҡлаусылар көнө – бөтә көслө зат вәкилдәренең, бигерәк тә Тыуған илен һаҡлап ҡайтҡан ир-егеттәрҙең яратҡан байрамы. Ришат Юлбарисов өсөн дә 23 февраль – мөһим дата. Был көндә ул Тымыҡ океан флотында нисек матрос булып хеҙмәт итеүен хәтерләргә ярата. Ул – медицина хеҙмәте лейтенанты. Атаһы Рәжәп Рамаҙан улы ла Тольятти ҡалаһында хәрби табип булып хеҙмәт иткән. Атаһынан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, Ришат Юлбарисов та, быуын сылбырҙарын ялғап, ҡәҙерле кешеһенең тормош юлын маяҡ итеп, яҙмыш ауырлыҡтарына бирешмәй, ғүмер даръялары буйлап алға ынтыла...
Фәимә ҒАЙСИНА.
Мәләүез ҡалаһы.